Йәмғиәт
15 Ғинуар 2020, 13:00

Бер нисә тапҡыр атып та ебәрә...

Ғафури районында йәнә атышҡандар

– Һин нимә! Йәшәүҙән туйҙыңмы әллә! Ошоноң менән маңлайыңа сәпәгәнде көтәһеңме!
Ана шундайыраҡ низағ сыға Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында. Билдәле, бер-береһенә нәҫел тейешле был ғаилә электән татыу йәшәмәгән. Ошо көндәрҙә 33 йәшлек өс туған ҡустыһы 49 йәшлек ағаһының ихатаһына килеп, янъял сығара. Ҡулында һунар мылтығы ла була. Ул ағаһын теге донъяға оҙатыу менән янай. Үҙенең былай ғына килмәгәнен раҫлау өсөн өйөнө ҡарай бер нисә тапҡыр атып та ала.
Полиция хеҙмәткәрҙәре урынға килеп, хәлде тикшерә. Ирҙең ҡоралын, патрондарын тартып ала. Әйткәндәй, 49 йәшлек ир бығаса законды һанламауы менән билдәле һәм әле административ күҙәтеү аҫтында тора. Тәүтикшереүселәр енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: fotodes.ru
Читайте нас