Йәмғиәт
15 Ғинуар 2020, 18:45

"Үҙемде ҡулда тотам..."

Эльмира Мазова хәбәрселәр менән һөйләшеүҙә әлеге хәлгә ҡарата нимә тип белдерҙе?

Артем Мазов менән уның ике улы ғәйеп булыуына оҙаҡламай өс ай тула. Был хәл әле һаман серле булып ҡалыуын дауам итә.
Улар тураһында ошоға тиклем бер аныҡ мәғлүмәт тә юҡ. Һис кем өҙөп кенә улар иҫән, йә үлгән тип әйтә алмай.
Бөгөн “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрселәре Эльмира Мазова менән һөйләшкән. Ҡатын белдереүенсә, уларҙы эҙләү бармай.
"Аңлауымса, уларҙы бер кем дә эҙләмәй. Мин әлегә үҙемде ҡулда тотам. Яңылыҡтар юҡ, өҫтәп бер ни ҙә әйтә алмайым", – тигән Эльмира.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, ғинуар башында ҡотҡарыусылар уларҙы эҙләүен туҡтатҡайны. Башҡа ведомстволар эҙләүҙе дауам итә, тиелгәйне.
Был ғаиләнең тарихын бар республика белә һәм күҙәтеп бара. Октябрь аҙағында ҡатыны менән талашҡан ир алты һәм һигеҙ йәшлек ике улын алып өйҙән сығып китә, һәм ошоға тиклем улар тураһында бер ни билдәле түгел. Беҙ балаларҙың әсәһе Эльмираға сабырлыҡ һәм яҡшы яңылыҡтар теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас