Йәмғиәт
15 Ғинуар 2020, 06:45

Эте - балаға, ҡунағы полиция хеҙмәткәренә ташланған

Сылбырҙан ысҡындырылған эт күршелә йәшәгән һигеҙ йәшлек ҡыҙға ташлана.

Бәхетһеҙ осраҡ Салауат районының Әй ауылында теркәлә. Хужа этен сылбырҙан ысҡындырып, иреккә ебәрә. Эт күршелә йәшәгән һигеҙ йәшлек ҡыҙға ташлана. Ҡоторған хайуанды саҡ айырып алалар.
Хәлде асыҡлар өсөн эт хужалары йәшәгән йортҡа бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор килә. Ә был ваҡытта уларҙа Силәбе өлкәһенән 32 йәшлек ҡатын ҡунаҡта була. Инспекторҙың килеүе ҡунаҡҡа оҡшамай һәм ул полиция хеҙмәткәренә ташланып, уның битен тырнай.
Иҫерек ҡатынды полиция бүлегенә килтерәләр. Әле был осраҡ буйынса тикшереү эше бара.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас