Йәмғиәт
16 Января 2020, 13:00

Һаҡ булығыҙ: фатирында – питондар һәм үрмәксе!

Ҡатын менән йыландар араһындағы дуҫлыҡ һигеҙ ай элек башланған.

Ҡатын менән йыландар араһындағы дуҫлыҡ һигеҙ ай элек башланған.
Олеся Привалова – ветеринар. Экзотик йәнлектәрҙе тотоу – уның өсөн яратҡан шөғөл. Метр ярымлыҡ оҙонлоғондағы “Дрогон” ҡушаматлы йыланды ла ул ҡулында ғына йөрөтә, тиерлек. Ул да, хужабикәһенең йылы хәстәренә яуап итеп, ҡатынға һырылырға ярата, уның үҙен ҡулға алғанын көтөп кенә тора. Ә икенсе питон “Рейегаль” “бәпәй” генә әле. Уға – ни бары дүрт ай.
Питондар – гурман. Улар аҙнаһына бер тапҡыр ғына туҡлана һәм кимереүселәрҙе генә үҙ итә икән.
Олесяның тағы бер яратҡан үрмәксеһе бар. Ул ҡош ашаусы үрмәксе тип атала. Йыландарҙан айырмалы, үрмәксе һыйпағанды яратмай, шуға хужабикәһе лә уны ҡулына бик һирәк ала.
Ҡыҙ клиникала ветеринар булып эшләй.
Күптән түгел Олеся эшләгән клиникаға ташбаҡаны алып килгәнәр. Бахыр йән эйәһе сүплек контейнерҙары эргәһендә ятҡан. Күрәһең, бәғзе берәүҙәр йәнлектәрҙе тәрбиәләй ҙә, ялҡһа, ташлай ҙа ҡуя. Ә ошо йәнлек урынында йылан булһа? Был хаҡта хатта уйлауы ҡурҡыныс...
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас