Йәмғиәт
16 Января 2020, 07:05

Киҫкен ихтыяжһыҙ юлға сыҡмағыҙ!

Бөгөн таңғы сәғәт 5-тәр тирәһендә республиканың төньяҡ-көнбайышынан циклон ябырылды.

Хөрмәтле водителдәр!
Бөгөн таңғы сәғәт 5-тәр тирәһендә республиканың төньяҡ-көнбайышынан циклон ябырылды. Көслө ҡар, айырым райондарҙа ҡарлы ямғыр яуа. Юлдарҙа – боҙлауыҡ, һырынты, көрт. Циклондың бөтә республиканы баҫып алыуы көтөлә. Әле юл таҙартыуға 1013 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле киҫкен ихтыяж булмай тороп, төнгө 12-гә тиклем юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.
Фото: yandex.ru
Читайте нас