Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 07:30

Рәмилде юғалтҡандар

Бөгөн уның ҡайҙа булыуы хаҡында бер кем дә белмәй

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Артабан ни булыр? Егетте ғүмерлеккә рәшәткә артына оҙатырҙамы? Бәлки, яза ваҡытын кәметерҙәр?
Былтыр 25 октябрҙә Рәмилде конвой менән Мәскәүгә психолог-психиатрик экспертиза үткәреүгә алып китеүҙәрен хәбәр иткәйнек инде. Шулай ҙа бөгөн уның ҡайҙа булыуы хаҡында билдәһеҙ. Туғандары, Читанан алып сыҡҡан һалдатты юлда юғалтҡандар. Атаһы Сәлим Шәмсетдинов "URA.RU" агентлығына улының ҡайҙалығын бер кем дә шәхсән хәбәр итмәүен белдерә.
"Мин Рәмилде Мәскәүгә ике аҙна самаһы алып барасаҡтар тип уйлайым. Үҙем тәртип һаҡлау органдарында эшләгәнлектән, уны тиҙ генә алып барып еткермәйәсәктәрен аныҡ беләм. Унда бит тура рейс менән бармайҙар", – ти агентлыҡҡа атаһы.
Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас