Башҡортостандан армия хеҙмәтендә тағы бер һалдат һәләк булған: Өфөнән 20 йәшлек Илдар Сиразевты токка һуғылып үлгән, тиҙәр.
Ул Свердловск өлкәһендә хеҙмәт иткән. "Урал" хәрби машинаһы водителе булған. Хеҙмәт итеү уға бик оҡшаған. Ата-әсәһе менән көн һайын тиерлек телефон аша хәбәрләшеп торған. Тик бына берҙән-бер көндө туған йортона ҡурҡыныс хәбәр килгән: Илдар ток һуғыуҙан үлгән.
Мәрхүмдең ата-әсәһе улдары хеҙмәт иткән часть һалдаттары менән һөйләшкән һәм шуны асыҡлаған: Илдарҙың үлеме осраҡлы түгел, был фажиғәлә уның командирҙары ғәйепле. Илдар йөрөткән "Урал" машинаһы тулыһынса төҙөк булмаған, был хаҡта һалдаттар командирҙарына бер нисә тапҡыр әйткән.
"Машинаның корпусына яңылыш аҙ ғына ҡағылһаң да ток һуғыуын һиҙеп була ине", тигән үлгән егеттең хеҙмәттәштәре. Хәрби часть етәкселеге, әлбәттә, һалдат үҙе дөрөҫ ғәмәл ҡылмайынса, бәхетһеҙлеккә юлыҡҡан, тимәксе. Тик Илдарҙың ата-әсәһе судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.
Егет армияға киткәнсе Өфөлә автотранспорт колледжын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған, уҡытыусылары уны бик һәләтле студент ине, ти.
Ата-әсәһенә сабырлыҡ теләйбеҙ, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ...