Йәмғиәт
16 Января 2020, 17:55

Терминалды алып сыға ла китәләр

Тик магазин һатыусыһы уларҙан етеҙерәк булып сыға.

Өфөлә була был хәл. Көпә-көндөҙ ике ир аҙыҡ-түлек магазинына инә лә түләү терминалын алып сығып китә. Имеш, уның хужалары.
Ярай әле һатыусы сос була. Машинаның номерын иҫендә ҡалдыра ла йәһәт кенә полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт урынынан бер нисә метр киткәс, улар сүкеш менән терминалды емереп, аҡсаһын ҡулына төшөрә. Шунан һигеҙ мең һум аҡсаны ғәҙел генә бүлешеп алалар ҙа аппаратты ташлап китәләр.
Уғрылар үҙҙәрен генә сос, тапҡыр тип уйлап яңылышҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙан да етеҙерәк булып сыға. Енәйәтселәрҙе тап фатирҙарында эләктерәләр. Улар быға тиклем дә бер нисә тапҡыр енәйәт яуаплылығына тарттырылған 37 һәм 29 йәшлек Өфө кешеләре булып сыға. Уғрылар үҙ ғәйебен таный, быға тиклем дә ике терминалды урлағандарын әйтә.
Еңел табыш артынан ҡыуған әҙәмдәргә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уларға тәртип һаҡсылары хәләл аҡсаны нисек эшләп табырға кәрәклеген аңлатыр, моғайын.
Читайте нас