Бөгөн иртәнсәк башланған буран төш ваҡытында тағы ла ҡоторҙо, көн кискә ҡарай ауышһа ла, һис тә туҡтарға уйламай. Был – тотош Башҡортостанға хас күренеш. Уйлап ҡараһаң, ысын ҡыш ошолай булырға тейеш – ҡаты һыуыҡтары менән аптыратһын, көслө бураны ла кәрәк, ябалаҡлап ҡар яуғанды кем яратмай!
Юл-ремонт төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы даими таҙартыуына ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың ҙур ҡалаларында транспорт хәрәкәтенең көсөргәнеш менән йөрөүе тойола, хатта тығындар ҙа барлыҡҡа килде. Эшкә ваҡытында барырға кәрәк, көн һуҙымында төрлө йомоштар менән йөрөйһөң, һуңламайынса өйгә ҡатырға ашҡынаһың. Был йәһәттән такси хеҙмәте күп осраҡта ҡотҡара. Ҙур автобустар өйкөлөшөп ултырған урындан такси машиналары йәтеш кенә үтеп китә. Ҡайһы бер участоктарҙа ишелеп ятҡан ҡарҙы иҫәпкә алғанда, таксист пассажирҙы подъезға хәтлем алып барып еткереп, уңайлыҡтар тыуҙыра.
Урамда буран, мин өйҙә торам.
Тәҙрә аша тик ауыҙ йырам, тиһәләр ҙә өйҙә генә тик ятып булмай бит инде.
Шул иғтибарҙы йәлеп итә, ЮХХДИ инспекторҙары водителдәрҙе йыраҡ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә. Әгәр ҙә инде трассала ниндәйҙер көтөлмәгән хәл килеп сыҡҡанда 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин. Шуныһы, киҫкен һауа торошонда алыҫ тарафтарға сәфәр планлаштырғандар башлыса такси хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә икән.