Йәмғиәт
16 Января 2020, 19:45

14 миллионды кеҫәһенә һалғас...

Кешеләргә йорт төҙөргә тейешлеген "онота".

Өфө ҡалаһынан "Ичхаус" һәм "Һәр кемгә йорт" төҙөлөш компаниялары директоры хөкөмгә тарттырылған.
31 йәшлек йүнсел 14 миллион һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Был турала Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе 2016 йылда Иглин районында, Нефтекама һәм Ырымбур ҡалаларында шәхси йорттар һалыу өсөн контракт төҙөй. "Булдыҡлы" директор компанияның абруйын булдырыу, халыҡҡа намыҫлы эшмәкәрлек алып барыуын күрһәтеү өсөн тәүҙә заманса бер нисә йорт төҙөп ултырта. Кешеләрҙе шулай ылыҡтырып, заказдар йыя. Тик тиҙ генә байырға уйлаған етәксе аҙаҡ төҙөлөштө бөтөнләй туҡтата. Ә халыҡтан йыйылған аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана.

Төҙөлөш компанияһы директорының тоҙағына 19 кеше эләгә, зыян күләме 14 миллион һумдан ашып китә. Тик йүнсел үҙ ғәйебен танымай. Суд ҡарарына ярашлы, ул 11 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.

Фото: krovmart.ru
Читайте нас