Өйөң тәртиптәме? Аяҡ аҫты тулы уйынсыҡ, баҫырлыҡ та урын юҡ, кемдер өҫ кейемен дә элеп ҡуйырға онотҡан, өҫтәлдә йыуылмаған сынаяҡ-тәрилкә... Ошондай хәлгә көн дә юлыҡмаҫ өсөн балаларҙы бәләкәйҙән өйҙә тәртип булдырырға, һаҡларға өйрәтеү мөһим.
Ҡурҡытыу ҙа, әрләү ҙә, “штраф санкциялары” ла ярҙам итмәҫ. Йортто яуаплылыҡ зоналарына бүлеп, һәр ғаилә ағзаһына шәхси “биләмә” биргәндә тәртипте урынлаштырыу күпкә еңелерәк буласаҡ. Мәҫәлән, әсәйгә аш-һыу бүлмәһен, балаларға уйынсыҡтарҙы, аяҡ кейемдәрен тәртиптә тотоу һәм башҡалар. “Еңеүселәрҙе” дәртләндереү йолаһы ла файҙаға ғына.
Күңелле күнегеүҙәр. 2015 йылда Нидерланд ғалимы Театске Альтенбург, уҡыусыларҙы өс төркөмгә бүлеп, тәжрибә үткәрә. Тәүгеләре төшкә тиклем дәрестә ултыра, икенселәре һәр сәғәт ярым һайын 20 минутлыҡ тәнәфестә күнекмәләр менән шөғөлләнә. Өсөнсөләре ике тапҡыр – дәрес башланыр алдынан һәм сәғәт ярым үткәндән һуң күнекмә яһай. Һөҙөмтәлә өсөнсө төркөмдәге балаларҙың башҡаларға ҡарағанда иғтибарлы булыуы асыҡланған.
Әгәр һәр иртә һайын “биш кенә минут ятып торайым” тигән һүҙҙәрҙе ишетәһегеҙ икән, тәү сиратта баланы түгел, ә ундағы ярышыу, сәмләнеү тойғоһон уятығыҙ, тип кәңәш итә психологтар. Иртәнге зарядканы конкурстарға, көлкөлө, мауыҡтырғыс күнегеүҙәргә, бейеүгә әүерелдерергә тырышығыҙ.
Бер стакан таҙа һыу. Гарвардтың һаулыҡ һаҡлау юғары мәктәбе 6–19 йәшлек дүрт мең бала араһында тикшеренеү үткәргән. Күпселегенең һыуҙы аҙ эсеүе асыҡланған. Уҡыусылар уртаса нормала ҡаралған һыу нормаһының сирек өлөшөн генә эсә. Таҙа һыу урынын төрлө татлы, газлы эсемлектәр менән тулыландыра.
Бер стакан таҙа һыу байтаҡ проблеманы бер юлы хәл итеүе мөмкин. Иртәнге ашҡа тиклем эселгән бер стакан һыу бөтә организмды эшкә ҡуша.
Балалар менән саф һауала йөрөгөҙ. Урамда йөрөргә сығыуҙы нисек матур ғәҙәткә әүерелдерергә? Саф һауала йөрөү ваҡытты ала. Атай кешенең сираттағы футбол матчына өлгөрөргә тырышыуы, әсәйҙең кухнялағы мәшәҡәттәре иҫенә төшөүе ҡамасауламаһын тиһәгеҙ, урамға ғаилә менән сығыуҙы алдан планлаштырығыҙ. Саф һауала күмәкләп ял итеүҙең ниндәйҙер маҡсаты булһа, ул тағы ла күңеллерәк, йөкмәткелерәк сараға әүерелер. Үҙегеҙ менән фотоаппарат алығыҙ, ғаилә альбомын иҫтәлекле фотоһүрәттәргә байытығыҙ.