Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – беренсе йүнәлеш. Был төркөмгә байтаҡ эшмәкәрлек төрө инә:
Шөғөлдәр исемлеген дауам итергә мөмкин. Күңелегеҙгә ятҡан эш бар икән, оҫталығығыҙ булмаһа ла, өйрәнергә була. Бының өсөн интернет селтәрендәге оҫталыҡ дәрестәре ярҙамға килер.
Үҙегеҙ яһаған әйберҙе һатыуҙың бер нисә ысулы бар:
* дуҫтар һәм таныштар араһында;
* интернеттағы махсус түләүһеҙ майҙансыҡтарҙа;
* йәрминкәләрҙә – ҙур ҡалаларҙа улар даими үткәрелә.
Ҡул эштәрен һатыу ысулдары бихисап. Иң мөһиме – ысынлап оҡшаған һәм мауыҡтырған йүнәлеште табыу.
Хаҡлы ялда йәнә заказға кейем тегеү менән шөғөлләнергә мөмкин. Бының өсөн һеҙгә кәрәк:
* кейем өлгөһөн яһай белеү.
Әйткәндәй, башҡаларҙа булмаған берҙән-бер даналағы кейемгә хәҙер ихтыяж бик ҙур, айырыуса үҙенсәлекле, дизайнер әйберҙәренә. Байрам һәм иҫтәлекле даталар осоронда клиенттар бигерәк тә күп була. Ундайҙарға түбәндәгеләр инә:
* мәктәптәге сығарылыш кисәләре алдынан;
* Яңы йыл байрамы алдынан һ.б.
Байрамды көткәндә гүзәл зат берәүҙә лә осрамаған үҙенсәлекле күлдәк тектерергә тип ательеға юлланыусан, шуға күрә үҙегеҙҙе танытып, оҫталығығыҙҙы күрһәтә алһағыҙ, клиенттарҙан өҙөлмәҫһегеҙ, тимәк, үҙегеҙгә килем дә тәьмин итерһегеҙ.
Иғтибар! Кейем-һалымды төҙәтеп, ямап, молния тегеп тә өҫтәмә аҡса эшләргә мөмкин.
Хаҡлы ялда тағы ла бер ҡыҙыҡлы шөғөл – һабын яһау. Ингредиенттарҙы дарыухананан арзан хаҡҡа алырға була. Интернеттағы тематик сайттарҙа һабын ҡайнатыу алымдары тәфсирләп яҙылған – уҡығыҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ.
Бөгөн халыҡтың күпселеге экологик тауарҙарға, органик косметикаға өҫтөнлөк бирә. Тәбиғи сеймалдан яһалған һабынға ла ихтыяж ҙур. Ҡулдан һабын эшләү өсөн кәрәкле компоненттар исемлеге:
* башҡа тәбиғи элементтар.
Һабынды ҡайнатыу ғына етмәй, уны йәтеш итеп бүлергә, үҙенсәлекле ҡап һайларға ла кәрәк.
Кәңәш! Һабынды оҫталарҙың йәрминкәһендә һатырға була. Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирелгән визиткаларҙы алдан уҡ эшләтегеҙ һәм тауарығыҙ ҡуйылған стенд эргәһенән үткән кешеләргә уларҙы таратығыҙ. Һеҙгә мотлаҡ шылтыратырҙар һәм һабынығыҙҙы алырға теләк белдерерҙәр. Йәнә шуны онотмағыҙ: үҙегеҙҙең брендты булдырығыҙ. “Компанияғыҙ”ҙың отошло атамаһы тауарығыҙҙы танытыуға булышлыҡ итер.
Пенсияла татлы ризыҡтар – торт, ләүәш, бәлеш бешереү менән шөғөлләнергә була. Әйткәндәй, аш-һыу буйынса сикләүҙәр юҡ, билмән, манты, башҡа ашамлыҡтар әҙерләүгә әүәҫлегегеҙ булһа, рәхим итегеҙ – өйҙә ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле итеп бешерелгән ризыҡтарға ихтыяж һәр саҡ ҙур.
Аҡса эшләү маҡсатында эшмәкәрлекте башлау өсөн иң элек бизнесыңды законлаштырыу шарт. Бының өсөн түбәндәге эштәрҙе башҡарырға кәрәк:
* тейешле рөхсәт документтарын алырға;
* санитария кенәгәһен тултырырға.
Үҙегеҙ бешергән ризыҡтарҙы һатыуҙың иң ҡулай ысулы – таныштарығыҙ аша. Ғаилә байрамдарын үткәрергә йыйынғандар һеҙгә мотлаҡ мөрәжәғәт итәсәк. Шулай уҡ йортоғоҙ янындағы кафе хужалары менән һөйләшергә мөмкин – татлы ризыҡтарығыҙ менән уларҙың да ҡыҙыҡһыныуы ихтимал. Ашамлыҡты бешереү генә етмәй, уның биҙәлеше лә ҙур әһәмиәткә эйә.
Ҡул эштәрен бер аҙға ситкә ҡуйып торайыҡ. Хаҡлы ялда үҙ сайтыңды йәки блогыңды асырға була. Иң мөһиме – күҙалланған аудиторияла ҡыҙыҡһыныу һәм ихтыяж тыуҙырырлыҡ дөрөҫ тема һайлау. Артабанғы ғәмәлдәр әллә ни ҡыйын түгел:
* бер нисә айҙан сайт мәғлүмәтте эҙләү сәхифәһендә сағыла;
* рекламанан һеҙгә аҡса килә.
Сайт асыуҙан ҡурҡырға ярамай. Бының өсөн махсус оҫталыҡ та, белем дә кәрәкмәй. Уны теләге булған һәр кем аса ала. Әйткәндәй, хәҙер онлайн тәртибендә түләүһеҙ тренингтар даими уҙғарыла. Уларҙа мәҡәлә яҙырға, аудитория менән эшләргә, реклама яһарға өйрәтәләр. Сайт – онлайн-бизнесты үҫтереү өсөн ҡулай алым. Әлбиттә, шунда уҡ килем алыуға өмөт итергә ярамай, уның ҡарауы, проект киң таралғас, табыш та артасаҡ.