Йәмғиәт
17 Января 2020, 05:58

“Төҙөрбөҙ, иң мөһиме –эшләрлек кешеләр булһын”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика райондарына быйылғы эш сәфәре Тәтешленән башланды.

Иҫке Күрҙем ауылында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Төҙөүселәр баҡсаны быйыл июлдә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.
Иҫке Күрҙемдәге мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы бинаһы 1985 йылда сафҡа индерелгән. Әле ул заман талаптарына яуап бирмәй. Бөгөн бында 50 бала йөрөй. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар Камил Ибәтуллин асҡан предприятиела булды. “МегаБит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте картография һәм топография-геодезия фотоға төшөрөүҙәре менән шөғөлләнә, муниципалитеттарҙың, агро­ху­жалыҡ­тарҙың заказы буйынса эшләй. Предприятие “Роснефть”, “Башнефть”, “Транснефть”, “Лукойл” кеүек компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә.
Тәтешлеләге йәнә бер эшҡыуар Рәүис Дилмөхәмәтов 2007 йылда, буш торған етештереү биналарын һатып алып, профнастил сығарыу цехы асҡан. Бында шулай уҡ тротуар плитәләре, тимер-бетон ҡулсалар, металл черепица, теплица етештерәләр. Былтыр 115 миллион һумлыҡ килем алғандар, саф табыш иһә – 10 миллион һумдан ашыу. Тәтешле районында 300-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеһы теркәлгән. Уларҙа ике меңгә яҡын кеше эшләй.
Һуңғы йылдарҙа төбәктә бик күп социаль объекттар төҙөлгән. Үрге Тәтешле ауылында баш­ланғыс мәктәп бинаһы балалар баҡсаһы итеп реконструк­цияланған, физкультура-һауыҡ­тырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылған, мәсет һалынған, ветерандар һәм етем балалар өсөн күп фатирлы биш йорт сафҡа индерелгән, балалар баҡсаһы төҙөлгән.
Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев әйтеүенсә, Үрге Тәтешлелә төп проблемаларҙың береһе – Көньяҡ-көнбайыш биҫтәлә һыу тәьминәте. Алты километрлыҡ һыу селтәрен төҙөү өсөн һигеҙ миллион һум аҡса кәрәк. Төбәк Башлығы проектлау эштәренә аҡсалата ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
“Башлыҡ сәғәте” барышында Радий Хәбиров “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса башҡарылған эш, урамдарҙы яҡтыртыу менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл районда дүрт яңы ФАП төҙөү күҙаллана.
– ФАП-тар төҙөрбөҙ, иң мөһиме – уларҙа эшләрлек кешеләр булһын, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, Тәтешле районы яҡшы үҫешә. Ауыл хужалығында яҡшы күрһәткестәр бар, район һөт етештереү буйынса республикала алтынсы урынды биләй, күркәм мәҙәниәт һарайын күреп ҡы­уандым.
Читайте нас