Йәмғиәт
19 Января 2020, 18:05

Хужалары белмәй ҙә ҡалған

Октябрь проспекты буйлап китеп барғанда...

Юл-патруль хеҙмәткәрҙәре ВАЗ-210540 автомобиленең урланған булыуын уның хужаһынан алдараҡ асыҡлаған. Был хәл кисә теркәлгән, тип хәбәр итә ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

17 ғинуарҙа иртәнге сәғәт биштәрҙә патруль хеҙмәте Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап фарһыҙ хәрәкәт иткән автомобилде күрә һәм туҡтарға ҡуша. Тик полицияның законлы талабына водитель тәьҫир итмәй, етмәһә, ҡасырға маташа. Бер аҙ ҡыуып барғас, шикле автомобилде туҡтатыуға өлгәшелә. Патруль хеҙмәткәрҙәре машина ишегенең емерелгән булыуына иғтибар итә һәм тиҙ арала уның сит кешенеке булыуын билдәләй.

Улар автомобилдең хужаһын асыҡлап, хәл-ваҡиға тураһында хәбәр итә.

Рулдәге 32 йәшлек Өфө кешеһе һәм уның 31 йәшлек дуҫы элек тә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, бер ерҙә лә эшләмәгән булып сыға.

ЮХХДИ-ҙың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, водителгә ҡарата ике төрлө статья буйынса протокол төҙөлгән: "Эскән килеш автомобиль менән идара итеү" һәм "Автомобилгә законһыҙ эйә булыу".
Фото: volga.news
Читайте нас