Йәмғиәт
19 Января 2020, 05:45

"Лайыҡлы вариҫтары булығыҙ!"

Белорет районының Шығай ауылында "Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап" тип аталған ғилми конференция үтте.

Белорет районының Шығай ауылында дин әһеле, теолог, башҡорт халҡының рухи остазы Зәйнулла Рәсүлевтең тормош юлына арналған "Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап" тип аталған ғилми конференция үтте.
Уны сәхнә тулып сыҡҡан балалар доғалар уҡыу менән башлап ебәрҙе. Сарала Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Тләүбаев, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, ауыл аҡһаҡалы, данлыҡлы ҡурайсы Мөхәммәт Түләбаев, Белорет ҡалаһынан “Аверс” компанияһының директор урынбаҫары Альберт Балаков, Шығай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Эльвира Сәйәхова сығыш яһап, үҙ ерендә халыҡты сәләмләне. Белорет районынан Исмәғил хәҙрәт, Учалы районынан Муса хәҙрәт доғалар уҡып, Зәйнулла ишандың тормош һәм эшмәкәрлек юлы тураһында һөйләне.

Конференцияға баш ҡаланан ҡунаҡтар ҙа килгәйне: филология фәндәре докторҙары Фирҙәүес Хисаметдинова, Зәйтүнә Шәрипова, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, яҙыусылар Әхмәр Үтәбаев, Лариса Абдуллина. Ғалимдар Зәйнулла Рәсүлевтең донъяла тотҡан юғары рухи кимәле тураһында фекерҙәрен белдерҙе.

Йыйылған халыҡ алдында Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһап, йыр-моң бүләк итте.

Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан килгән 95 йәшлек Мәрғүбә инәй Йәнбирҙина атаһы Мансурҙың Ғабдрахман Рәсүлевтең мөриде булыуы, унан иждәзә алыуы тураһында һөйләне. Ул үҙе лә бөгөнгәсә доға менән төбәк халҡын дауалай.

Зәйнулла ишандың тыуасары, Шәмситдин хәҙрәттең ейәне Абдрахман Рамаҙан улы ошо ауылда йәшәй, шуға ла әле был сара тап Шығайҙа үтте. Әйткәндәй, ошондай байрам хәҙер һигеҙенсе ауылда уҙа. Быға бигерәк тә Учалы районы халҡы, әүҙемселәре күп көс һалған. Сараларҙы ойоштороуға ихласлыҡ менән тотонған Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Әҡлимә Сафинаға күптәр рәхмәтен еткерҙе.

Сараға тәрән йөкмәткеле сценарий яҙып, Шығай мәҙәниәт йорто директоры Сәғирә Шәрәфетдинова алып барҙы.

Рухи байрам тураһында ентекләберәк "Башҡортостан" гәзитендә уҡырһығыҙ.


Автор фотолары.
Читайте нас