Йәмғиәт
20 Января 2020, 12:50

Баймаҡта ла ананас үҫә!

Өй шарттарында гөрләтеп мандарин, гранат кеүек экзотик емештәр, борос, лавр, хатта ҡәһүә үҫтергән Баймаҡ уңғанбикәһе Сәғирә Илһам ҡыҙы менән һеҙҙе таныштырғайныҡ инде.

Өй шарттарында гөрләтеп мандарин, гранат кеүек экзотик емештәр, борос, лавр, хатта ҡәһүә үҫтергән Баймаҡ уңғанбикәһе Сәғирә Илһам ҡыҙы Ғәбитова менән һеҙҙе таныштырғайныҡ инде.
Ул саҡта уның мандариндары емеш биргән ине. Хәҙер был ағастар яңынан сәскә атып, тағы емеш бирергә әҙерләнә.
Әле Сәғирә апай ананас ултыртырға йыйына. “Яңы йыл табынына ике ананас һатып алғайныҡ, шуларҙы һыуға ҡуйғайным, береһе матур итеп тамыр ебәрҙе. Ошо арала гөл һауытына күсереп ултыртам. Әле шулай уҡ яңы сорт боростар сәстем. Уларҙы ла айырым һауыттарға күсереп, апрелдә теплицаға сығарасаҡмын”, – ти Сәғирә Илһам ҡыҙы. Ананасты ул бынан дүрт-биш йыл элек тә ултыртып ҡараған, бик матур булып үҫеп китте, ти.
Ғөмүмән, Баймаҡ уңғанбикәһенең ҡулынан килмәгән эше юҡ: баҡсасылыҡтан тыш, мәрйендән матур итеп селтәрҙәр эшләй, картиналар сигә, телде йоторлоҡ итеп сәксәк, урама кеүек милли ризыҡтар бешерә. Ике йыл рәттән Әбделкәрим ауылы ҡатын-ҡыҙҙарына скандинав таяҡтары менән йөрөү ойошторған.
Бына шундай әүҙем, уңған, зауыҡлы ул беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!
Фотолар: Сәғирә Ғәбитованың шәхси архивынан.
Читайте нас