Йәмғиәт
20 Ғинуар 2020, 18:25

"Яратам, ғәфү ит, хуш..."

31 йәшлек яҡташыбыҙ серле рәүештә ғәйеп булған...

Башҡортостанда ирекмәндәр 31 йәшлек Алексей Комаров тигән кешенең ғәйеп булғаны тураһында хәбәр итә. Ир Өфө районының Дмитриевка ауылынан 18 ғинуар сығып киткән һәм уның ҡайҙалығы әлегә тиклем билдәле түгел.
Бөгөн уның ниндәй шарттарҙа юғалғаны асыҡланды. Алексейҙың дуҫы белдереүенсә, ул өйҙә бөтә әйберҙәрен ҡалдырған һәм ҡатынына хушлашыу хаты яҙған.
"Өйөнән көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә сыҡҡан. Әйберҙәрен, телефонын ҡалдырған, аҡса ла алмаған. Тик паспорты ғына үҙе менән. Хатта картаһының кодын һәм ҡатынына “яратам, ғәфү ит, хуш” һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған", - ти дуҫы.
Тағы шуныһы, ир Өфөгә ярты йыл элек Силәбе ҡалаһынан күсеп килгән. Яңы йыл алдынан ғына эшһеҙ тороп ҡалған икән.
"Һуңғы ваҡытта бер кемгә лә шылтыратмай ҙа, яҙмай ҙа ине, – ти дуҫы. – Уның өсөн ныҡ ҡайғырабыҙ. Барыр ере юҡ. Үҙе эсмәй тиерлек, наркотиктар ҡулланмай, психик яҡтан һау. Китер көнө алдынан кис шашлыҡ ҡурҙыҡ, бергә ял иттек, күңелле генә аралаштыҡ һәм йоҡларға яттыҡ".
Алексейҙың билдәләре: буйы 185 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, сәстәре ҡара, күҙе һоро. Сығып киткән көндә ҡара-зәңгәр төҫтәге куртка, йәшел майка, һоро джинсы салбар, ҡара бейек ҡышҡы итек һәм бәйләнгән ҡара шапка кейгән.
Уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас