Йәмғиәт
21 Января 2020, 12:30

Боҙло юлда йығылған да...

Һауа торошоноң тиҙ үҙгәреүсәнлеге, көндәрҙең берсә һалҡын, берсә йылы тороуы халыҡҡа әллә күпме мәшәҡәттәр килтерҙе. Был хәл кешенең сәләмәтлегенә лә йоғонто яһай. Өҫтәүенә юлдарҙа боҙлауыҡтар хасил булды. Ошо сәбәпле, әллә күпме юл-транспорт фажиғәләре теркәлде. Өфөләге сираттағы фажиғә лә бына ошо боҙло юл арҡаһында килеп сыҡҡан.

Баш ҡаланың Амантай урамында бер ир боҙҙа тайып йығылған һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере өҙөлгән. Был хәл бөгөн төшкөһөн булған. Уның шәхесе әлегә асыҡланмаған. Иргә – 60-70 йәш тирәһе. Фажиғә урынына килгән медицина хеҙмәткәрҙәре уның йөрәгенең типмәүен асыҡлаған.
Шуға ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, һаҡ булырға саҡырабыҙ, сөнки юлдарҙың боҙ менән ҡапланыуы мөмкин. Өҫтәүенә уның өҫтөнә ҡар яуыу сәбәпле, боҙҙоң күренмәүе ихтимал. Был осраҡта иһә йығылыу хәүефе янай. Бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер.
Фото: allufa.ru
Читайте нас