Йәмғиәт
21 Января 2020, 13:15

Чечен делегацияһы яҡташтары менән осрашты

Әле бында Чечен Республикаһынан килгән 26 студент һәм 18 ординатор белем ала.

Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән һаулыҡ һаҡлау министры Эльхан Сөләймәнов етәкселегендәге Чечен Республикаһы делегацияһы бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында булды. Рәсми вәкилдәр араһында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарҙары, эре медицина ойошмалары етәкселәре бар.
Делегация менән Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, уҡыу йортоноң проректорҙары һәм декандары осрашты. Валентин Николаевич университеттың үҫеш стратегияһы, белем биреү һәм фән офоҡтары, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһе тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар университетта белем алған яҡташ студенттары менән дә осрашты. Әле бында Чечен Республикаһынан килгән 26 студент һәм 18 ординатор белем ала.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас