Трамвай һәм троллейбус халыҡ араһында иң хәүефһеҙ транспорт төрө иҫәпләнә. Шунлыҡтанмы икән, уларҙы оло кешеләр бигерәк тә үҙ итә. Ә бына Өфөлә күптән түгел генә булған хәл киреһен иҫбатлаған.
Трамвай менән идара иткән ҡатын, телефондан һөйләшеп, пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған.
Богдан Хмельницкий туҡталышында 8-се трамвайҙы көтөп тороусылар трамвай водителенең телефондан һөйләшеп килеүен шәйләй. "Беҙ ингәндә, оло йәштәге ҡатын, ҡолап ҡуйыуҙан ҡурҡа-ҡурҡа төшөп килә ине. Шул ваҡыт, трамвай йөрөтөүсе барыһының да төшөп бөтөүенә инанмайынса, әбейҙең танау төбөндә генә транспорт ишектәрен ябып ҡуҙғала башланы. Әбей үҙе эс яҡта, таяғы тыш яҡта ҡыҫылып ҡалды. Пассажирҙар ҡысҡыра башланы, ә водитель ҡатын һаман телефондан һөйләшеүен дауам итә ине...
Пассажирҙарҙың береһе барып әйткәс кенә, туҡтап ишектәрҙе асты, тик юл буйы ҡарҙан таҙартылмаған урынға тура килгәнлектән, оло кеше тубыҡтан көрткә батты һәм ярҙам итеүҙәрен үтенде. Трамвайҙағы бер егет йүгереп сығып ярҙам итәйем тигәйне, водитель тағы ишектәрен шарт ябып китеп барҙы. Бисара әбей шулай көрткә батҡан килеш тороп ҡалды..." - тип яҙа әлеге ваҡиғаның шаһиты булыусы.
Был тиклем дә вайымһыҙ водителде күреп, был хәлгә битараф ҡала алмаған пассажирҙар Электр транспорты идаралығына ялыу итә. Тикшеренеүҙәрҙән һуң водителде шелтәләп, был айҙа уның өҫтәмә түләүҙәрен киҫергә тигән ҡарар сығаралар. Һәм шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәр менән дә инструктаж үткәрәләр.
Бер-беребеҙгә, бигерәк тә ололарға, аҙ ғына иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булһаҡсы...
ufasitynews.ru