Йәмғиәт
21 Января 2020, 18:20

Рәсәйҙә прокурор алмашына

Иртәгә Федерация Советы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан генераль прокурор вазифаһына тәҡдим ителгән Игорь Красновты тәғәйенләү мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенән һуң Премьер-министр һәм Министрҙар кабинеты тулыһыса отставкаға китте. Тәүге көндәрҙән үк Премьер-министр вазифаһына Михаил Мишустин тәғәйенләнһә, әле башҡа ведомстволар буйынса кандидаттар һайлана. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путин генераль прокурор вазифаһына 44 йәшлек Игорь Красновты тәҡдим итте. Иртәгә Федерация Советы ултырышында уны генераль прокурор вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Игорь Краснов әле Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. 1997 йылдан бирле прокуратура органдарында хеҙмәт итә. Тәфтиш комитеты ойошторолғас, 2007 йылда ошо ведомствоға эшкә күсә.
Президенттың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Юрий Чайка икенсе эшкә күсә. Әйткәндәй, ул 2006 йылдан алып генераль прокурор вазифаһын биләп торҙо.
Фото: hydromet.com.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас