Йәмғиәт
21 Января 2020, 07:28

Уҫмандар йәшәй белә

Улар ерҙәрен яттарға бирмәне.

Уҫман Төрөмбәт ауыл биләмәһенә ҡарай. Уның тарихы бик ҡыҙыҡлы. Борон бында бер нисә генә башҡорт ғаиләһе йәшәгән. Бер ҡаҙаҡ кешеһе күсеп килеп, иң һәйбәт тупраҡлы ерҙәрҙе, иркен көтөүлектәрҙе баҫып ала. Бүтән милләт кешеһе башҡорттарға итәғәтлек, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтһә лә, ауыл халҡы уны үҙ итмәй. Етмәһә, танауы ҡаҙ моронона оҡшап торғас, уға “ҡаҙморон” тип исем ҡушалар. Ҡаҙаҡ байы аҫаба халыҡты аҡса, аҙыҡ-түлек менән ылыҡтыра. Тик башҡорттар үҙ ерҙәренә хәүеф янауын, бүтән милләткә ҡалыу ҡурҡынысын һиҙеп, етенсе кантон начальнигы ярҙамсыһы Усман Ибраһимовҡа бара. Уның кәңәшен тотоп, ҡаҙаҡ кешеһен ауылдан ҡыуалар һәм ауылға Уҫман тип исем бирәләр. Ҡаҙморон тигән исеме лә бар ауылдың, ҡаҙаҡ байы ҡушаматы һаман йәшәп килә.



Өршәк буйҙарында


...Ауылдың тирә-яғын тиҫтәгә яҡын күл, бормаланып аҡҡан Өршәк йылғаһы уратып алған. Киң ба­ҫыуҙар, иркен туғайлыҡтар ауылға хужалыҡ итеү өсөн бик ҡулай.
Ысынлап та, заманында “Өршәк” колхозы районда алдынғылар сафында ине. Бай машина-трактор паркы, һарыҡ, һыйыр фермалары, мал һимертеү комплексы, меңләгән гектар баҫыу киңлектәре... Тик заманалар үҙгәреп китеп, колхоз таралды. Уның ерҙәренең бер өлөшө халыҡҡа пай ерҙәре тип ҡайта­рылды. Хужалыҡ “Наумкино” агро­фирмаһына күсте. Ғүмер буйы колхоз тип йәшәгән, эшләгән кешеләр өсөн был хәл бик аяныс булды, әлбиттә. Күп кенә ир-ат ғаиләһен ҡарар өсөн Себер яҡтарына юлланды, ҡала-ҡасабаларға күсеп китеүселәр ҙә булды.
Әлеге көндә 80-гә яҡын йортта 300-ләгән кеше иҫәпләнә. Шуны әйтергә кәрәк, ауыл халҡы уңған, бөтмөр. Ағас-таш наҡыҫлығына ҡарамай, элек-электән йорт-ҡура­һын ипле, ихатаһын йыйнаҡ тотҡан.
Ауыл урамдарына асфальт түшәлгән, 1992 йылдан алып йорттар газ менән йылытыла. Һәр ихатала тиерлек ҡоҙоҡ ҡаҙылған, ауылда сөсө һыу проблемаһы уның географик урынына бәйле.


Эй, мәктәбем, белем усағы!


Уҫман ауылы балалары дүртен­се класҡа тиклем белемде башлан­ғыс мәктәптә алған. Был уңайҙан хөрмәтле уҡытыусыһы, бер нисә быуын уҡыусыларын фән юлына баҫтырған Рәйхана Аҡбулатованы иҫкә алмау мөмкин түгел. Уның әүҙемлеге, тырышлығы, белемле булыуы уҡыусыларының яҙмышына тәьҫир итмәй ҡалмаған. Бәләкәй ауылдан күпме фән эшмә­кәре, юғары белемле нефтселәр, инже­нерҙар, табиптар, уҡытыусы­лар сыҡҡан. Ауылдаштары генерал-майор, летчик-һынаусы Мөҙә­рис Аҡбулатов менән сикһеҙ ғорурлана. Бәләкәйҙән үк осоусы һөнәренә ғашиҡ булған егет хәрби училищены тамамлай. Ҙур дәрәжә­ләрҙе яулап, күп наградаларға лайыҡ булған осоу­сы сираттағы һынау ваҡытында фажиғәле һәләк була.
Журналистар Хәтирә Шәрипова, Гөлфирә Ғәскәрова, Калуга ҡалаһында ижад итеүсе Салауат Асфатуллин, фән кандидаты Ләйлә Солтаҡаева, отставкалағы майор В. Бикәнәсов һәм башҡалар – ауылыбыҙҙың аҫылташтары.
1994 йылда Уҫман ауылы тарихында төп урта мәктәп асыла, ә 120 уҡыусыға тәғәйенләнгән мәктәп бинаһы 1996 йылда һалына. Уны “Ажемак” кирбес заводы (генераль директоры Г.З. Орлов) төҙөй. Йәш уҡытыусылар коллективы уҡытыу-тәрбиә эштәрендә яҡшы һөҙөмтә­ләргә өлгәшә. 1998 йылда Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат исе­менә, ә мәктәп етәксеһе “Йыл директоры” номинацияһына лайыҡ була.
Уҡыусылар спорт яратып үҫә, милли көрәш менән шөғөлләнә, районда, төбәк-ара ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Мәктәп яны тәжрибә баҡсаһы ауыл биҙәгенә әйләнә.
Колхоз таралыу, йәштәргә эш булмау мәктәпкә лә кире йоғонто яһай, ул 2012 йылдан башланғыс мәктәпкә әүерелә.


Бурысты онотмайыҡ


Быйыл булған хәл ауыл халҡын бер аҙ шомландырып, уяуыраҡ булырға кәрәк тигәнгә ишараланы. Бер нисә тиҫтә баш мал тейәлгән оҙон фура колхоздан ҡалған элекке ферма бинаһы янына туҡтай. Көньяҡтан килгәндәр икән. Шунда уҡ малдарҙы бушата ла башлайҙар. Уларҙы күреп ҡалып, ауыл халҡы тиҙ арала ферма янына йыйыла. Ауыл старостаһы, биләмә башлығы, ир-ат сит кешеләрҙе кире бора. Ярай әле ваҡытында сара күрелә, район башлығының килеүе лә ваҡиғаны тиҙләтергә ярҙам итә. Юҡһа, аҙмы ни республикабыҙҙа үҙ ерендә хужа була алмай йөрөгән ауыл кешеләре. Көтөүлектәргә, буш ятҡан баҫыуҙарға күҙ һалып, фотоға төшөрөп, уңай ер эҙләүселәр күбәйҙе хәҙер.
Үҙ ерҙәребеҙгә үҙебеҙ хужа булып, килер быуындарға аманат итеп тапшырырға бурыслы икәнебеҙҙе онотмайыҡ.


Ауыл күрке


Киләсәкте алдан төҫмөрләп, үҙ эшен бынан күп йылдар элек башлап ебәрә ауылыбыҙҙың тәүге фермеры, алдынғы ҡарашлы Илдар Ҡотлоюлов. Ул хәҙерге көндә аяғында ныҡ баҫып торған “Уҫман” фермер хужалығын етәкләй. 800 гектар майҙан ере, күп һанлы техникаһы, ҡорамалдары, иген һаҡлау өсөн ҡаралтылары бар был хужалыҡтың.
Иң мөһиме – ауыл халҡының күҙ терәр, яңы башлап эшкә тотоноусы фермерҙарҙың кәңәш һорар кешеһе бар. Иген, техник культуралар сәселгән баҫыуҙар заманса эшкәртелә, тырышлыҡ уңыш менән яуап бирә. Районда алдынғылар рәтендә һанала был фермер хужа­лығы, дәүләт ярҙамы алыуға ла өлгә­шә улар. Ир-ат өсөн эш урындары булдырылған, хеҙмәт хаҡы түләнеп бара. Һауын һыйырҙары өсөн ферма ла төҙөгән булдыҡлы хужа.
Әлбиттә, был эштәрҙе атҡарып сығырға күпме көс, тырышлыҡ, сыҙамлыҡ кәрәк. Һәр кемдең дә ҡулынан килмәй шул. Етмәһә, хәҙер яҙ, йәй айҙарының һалҡын килеүе, ҡоролоҡ йә яуым-төшөмдөң артыҡ булыуы игенселек менән шөғөл­ләнеүселәргә өҫтәмә сығымдар, юғалтыуҙар килтерә.
Ябай ауыл халҡына йәшәү еңел­дән түгел. Хөкүмәт ярҙамы, етәксе­лек ауыл кешеһенә йөҙ менән боролғанда сит төбәктәрҙә эшләү­селәр аҙыраҡ та булыр ине, бәлки.
Шулай ҙа ауылдың киләсәген ҡайғыртҡан, тыуған ерҙең ырыҫын һаҡларға ынтылғандар ҙа бар. Ҡый үләндәре баҫҡан баҫыуҙар ауыл­дарға йәм өҫтәмәй, киреһенсә, унда йәшәүселәрҙең абруйын ғына төшөрә.
– 2015 йылда үҙебеҙҙең фермер хужалығын төҙөнөк, – тип һөйләй йәш фермер Илһам Әхмәтов. – 34 пайсының ерен алып эшкәрттек, арыш, һоло, көнбағыш, арпа сәсеп үҫтерәбеҙ, эшебеҙҙән үҙебеҙ ҡәнәғәт булһаҡ, пайсылар алған игененә, һаламына риза, – ти ул.
Тик дәүләт ярҙамы эләкмәй был хужалыҡҡа, субсидиялар бөтөрөлә, бөтәһен дә үҙ көсөнә таянып эшләр­гә тура килә. Яңыраҡ ҡына комбайн һатып алалар, тракторҙары бар.
– Ғүмер буйы колхозда эшләгән атайым да, ҡайным да гербицид ҡулланыуға ҡаршы,– ти Альбина Әхмәтова. – Шуғалыр ҙа кешеләр беҙҙән һатып алырға ынтыла ашлыҡты, химияны мөмкин тиклем әҙерәк файҙаланырға тырышабыҙ. Былай ҙа ағыулы бит хәҙер ризыҡ...
Эйе, юғары уңыш артынан ҡыуып, игенде сәскәндән йыйғанға тиклем бер нисә тапҡыр химик матдәләр менән эшкәртеүселәр кеше һаулығын да уйлаһын ине. Уңышты йыйыр алдынан химикат ҡулланып киптереү былай ҙа сағыу ҡояш барында урынлымы икән?
Альбина менән Илһам Әхмә­товтар ауыл, уның кешеләре яҙмы­шына битараф түгел, һәр ваҡыт ярҙамға килергә ашығалар. Ауыл халҡы ҙур ышаныс менән быйыл Илһамды староста итеп һайланы.
Альбина Мөхәммәт ҡыҙы Уҫман, Төрөмбәт халҡын ун йылдан ашыу аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, ике магазин хужаһы ул. Төрлө са­ра­ларға, байрамдарға бағыусылыҡ күрһәтә. Ауыл хал­ҡының ихтыяжын белеп, тауарҙы төрләндереп тора, һатыусы ҡатын-ҡыҙҙарға эш урыны булдырған.
Әхмәтовтар ишле ғаиләлә дүрт бала үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Лиана – Өфө дәүләт нефть техник университеты магистры, Альмира – бу­ласаҡ табип, Ләйсән – етенсе, ә Искәндәр өсөнсө класта уҡый. Киләсәктә фермер хужалығын тағы ла киңәйтеп, һөҙөмтәле итеп эшләргә тигән маҡсат ҡуйған улар.
Ауылда уңғандар йәшәй


Ринат Әхмәтовтың ғаиләһе лә фермерлыҡ хужалығы булдырған. Өс улы ярҙамында атҡара эштәрҙе ғаилә башлығы, сәсеү, урып-йыйыуҙа ауылдаштары ла ярҙамға килә. Техника, кәрәкле ҡорамалдар алырға хөкүмәт ярҙамы ла ярап ҡалған хужалыҡҡа.
Ильяс Вәлитов ҡатыны Алһыу менән өс бала тәрбиәләй. Матур, күркәм йорт һалып сығып, ҙур хужалыҡ булдырған йәштәр. Улар күпләп мал тота, быҙауҙар үҫтерә. Ильяс Уҫман, күрше Төрөмбәт ауылы халҡынан һөт йыйып тапшырыуҙы үҙ өҫтөнә алған.
Миләүшә менән Альберт Мулла­ғәлиевтәрҙең уңған йәш ғаиләһендә лә өс бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы фермер хужалығында ла тырышып эшләй, ҡура тултырып мал да аҫрай.
Шуныһы ҡыуаныслы, эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырғандар юҡ ауылда. Һәр кем үҙ хужалығында мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп, йыл әйләнәһенә етәрлек картуф, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп, донъя көтөргә тырыша.
Район үҙәгенә тиклем маршрут автобусы көнөнә өс тапҡыр йөрөй, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ла барып етә. Был йәһәттән ауыл халҡының проблемаһы юҡ. Ауыл урамдарын төндәрен яҡтыртыу мәсьәләһе лә хәл ителгән, заманса лампалар ҡуйылған.

Рухи аҙыҡ та кәрәк бит кешегә. Ауыл клубының ябылыуына бер нисә йыл инде, мәҙәни сараларҙы халыҡ Төрөмбәткә барып ҡарай. Тик бөтәһенең дә быға мөмкинлеге юҡ, айырыуса оло йәштәгеләрҙең. Ауыл активының һорауы буйынса үткән йыйылышта район етәкселеге был мәсьәләне ыңғай хәл итәсәгенә ышаныс белдерҙе...
2014 йылда Иман йорто сафҡа инде. Ошо ауылда тыуып үҫкән, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Мулланур Бикәнәсовтың тырыш­лығы менән төҙөлә башлай мәсет бинаһы. Ауыл халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ҙур көс һала был эшкә. Дини байрамдарҙа изге ғәмәлдәрен башҡарып, йән-рух тыныслығы алып ҡыуана хәҙер йәше-ҡарты.
Уҫман ауылы халҡы әүҙемлеге менән билдәле, бер-береһенә ихлас ярҙам итергә әҙер. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ҡушылып, ауыл зыяратын профнастил менән уратып ҡуйҙы. Быйыл йәй бер төркөм йәштәр йыйылып, үҙ көстәре менән Өршәк буйындағы туғайҙа балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөнө. Кистәрен йылға буйында волейбол, футбол уйындары, ярыштар ойошторола.
Уҫман ФАП-ы уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлә. Ул капиталь ремонт талап итә, иҫкергән бина хөкүмәт тарафынан ҡаралған бер нисә программа талаптарына ла яуап бирә.
Яҡын киләсәктә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты булыр тигән ышанысы ҙур халыҡтың. Медицина ярҙамын бик уңған, үҙ эшен белеп, яратып башҡарыусы фельдшер Линара Тәминдәрова күрһәтә. Ауылда оло йәштәгеләр күп булыу сәбәпле, өйгә саҡыртыуҙар ҙа йыш.
Линара Ҡасим ҡыҙы – Төрөмбәт ауылынан. Салауат медицина училищеһын тамамлағандан һуң эшкә килеп, Уҫманға килен булып төшә. Тормош иптәше менән ҙур йорт һалып, матур донъя көтәләр, ике балалары үҫә.
– Фельдшерҙан уңдыҡ. Шифалы ҡулдары – тәнде, йылы ҡарашы, йомшаҡ һүҙҙәре йәнде дауалай, – ти ауыл халҡы.

Һуңғы йылдарҙа тыуымдың түбән булыуы, демографик хәлдең насарайыуы борсой Линара Ҡасим ҡыҙын. Кешеләр үҙ һаулығына иғтибарлы, яуаплы ҡараһын ине, тигән теләктә ул.
Ауылда ялҡау йәшәй алмай, тигән фекер бар. Ысынлап та, таңдан кискә хәтлем эшләһәң генә, өҫтәлең мул, тирә-яғың бөтөн була.


Ауырғазы районы.
Читайте нас