Ҡыйғы районында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороп, матур ғына эшмәкәрлек алып барғандар етерлек. Шөкөр, был йәһәттән уларға республика тарафынан һәр яҡлап иғтибар бүленә, район етәкселеге лә ярҙамынан өҙмәй. Үрге Ҡыйғы ауылынан Адил Алис улы Әхмәтдинов та бөгөн, һәр яҡлап таяныс, яҡлау тойоп, уңышлы ғына эшләп йөрөй.
Адил Алис улы урта мәктәпте тамамлағас, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Егет әрме сафында ла була. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетының энергетика факультетына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта район торлаҡ-коммуналь хужалығында баш инженер булып эшкә урынлаша.
2008 йылда Адил Әхмәтдинов, эшен ҡалдырып, үҙен ауыл хужалығы тармағында һынап ҡарамаҡсы булып, крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға йөрьәт итә.
– Ауыл ерендә тыуып үҫкәс, был тармаҡ миңә ят түгел ине, бала саҡтан мал араһында булғас, ҙур ихласлыҡ менән тотондом. Шөкөр, туғандарым да башланғысымды хупланы ғына, – ти фермер. – Бөгөн хужалығым төбәктә алдынғылар рәтендә, оло, тәжрибәле фермерҙар – минең кәңәшселәрем, ярҙамсыларым.
Бында игенселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫеш алған. 2012 йылда хужалыҡ “Эш башлаусы фермер” программаһына эләгеп, дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшә. Адил Асил улы элекке колхоздан ҡалған һөтсөлөк фермаларын һатып ала, матур ғына ремонт та үткәрә. Ялан кәртәләре төҙөп, мал аҙығы һаҡлау өсөн махсус урын хәстәрләй.
Фермер бөгөн алты кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәткәрҙәре менән 800 гектар майҙанды эшкәртеп, йыл һайын баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуға өлгәшә. Шөкөр, техника паркы ла заманса һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы ҡоролмалары, техника менән тулыланған. Уңышлы йылдарҙа фермер техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй. “Ватылып ултырған техника менән бер эш ҡыйратып булмағанын яҡшы аңлайбыҙ, шуға ла ҡыҙыу миҙгелдә тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн, паркка яңы техника алырға тырышабыҙ”, – ти Адил Асил улы.
Әле хужалыҡта 100-гә яҡын һыйыр малы аҫрала, һөтсөлөк фермалары ла уларҙы тейешле кимәлдә тотоу өсөн заманса йыһазландырылған. Киләсәктә ул фәҡәт ит һәм һөт өсөн генә һыйыр малдарын аҫрарға күҙаллай. Ә бының өсөн хужалыҡтың бөтә мөмкинлектәре бар. Әйткәндәй, баҫыуҙарҙан йыйып алынған уңышты фермер ауыл халҡына ла һата. Бынан тыш, башҡа компаниялар менән дә килешеүҙәр төҙөлгән. Шуға ла сифатлы орлоҡто һатыу мәсьәләһе бында киҫкен тормай.
Шуныһы мөһим: хужалыҡ ауыл биләмәһе менән яҡшы мөнәсәбәттә, ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу кеүек эштәрҙе лә улар башҡарып сыға икән. Өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайҙар, ағас ултыртыуҙа ла әүҙемлек күрһәтәләр.
Әлбиттә, хужалыҡтың данын уның тырыш эшсәндәре тирә-яҡҡа тарата. Етәкселек, Артур Шакиров, Марат Сәйфуллин, Юрий Горячев, Рәмил Ярышев, Зөлфиә Ғәниева кеүек алдынғыларҙы маҡтап телгә алып, “улар менән тау аҡтарырға ла була”, тине.