Йәмғиәт
21 Января 2020, 07:58

Улар милләтте халыҡ-ара кимәлгә сығара

Бер юлы дүрт яҡташыбыҙ Грант отто.

Ҡырым Республикаһында йыл һайын йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында “Таврида” форумы уҙғарыла. Ул үткән йыл Башҡортостан өсөн үтә лә әһәмиәтле булды – бер юлы дүрт яҡташыбыҙ үҙ проекттары менән грант отто. Һүҙебеҙ – улар хаҡында.



Башҡорт интернетының аҫылташы


Ейәнсура ҡыҙы Наҙгөл Ғәлиева гәзит уҡыусыларыбыҙға, айырыуса башҡорт йәштәренә яҡшы таныш. Үҙен төрлө өлкәлә – телевидениела, әҙәбиәттә һынап ҡараған ҡыҙ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондында SMM белгесе булып эшләй. Был уның эшмәкәрлеге интернет менән тығыҙ бәйләнештә тигән һүҙ.
Эше менән күңел талабын бергә ҡуша белеү һәләте Наҙгөлгә “Аҫылташ” интернет-марафонын булдырыу уйын алып килә.

– “Таврида” йәштәр форумында ҡатнашыу теләге менән күптән яна инем, әммә йырламайым да, бейемәйем дә, музыка ҡорал­дарында ла уйнамайым. Әмәлгә ҡалғандай, 2019 йылда Милли проекттар сиктәрендә блогерҙар һәм SMM белгестәре сменаһы булдырылды. “Аҫылташ” исеме менән башҡорт мәҙәниәте форумы буйынса эш күптән башланғайны, БЮТ каналында интернет яңылыҡтарын да алып барам. Тап ошо эш барышында интернетта башҡорт контенты булмағанына иғтибар иттем. “Аҫылташ” интернет-марафонын булдырыу уйы миндә “Таврида”ла булғанда, төндә яралды, грантҡа ғаризалар тапшырыуға 12 сәғәт ваҡыт ҡалғайны, – ти ул.
“Аҫылташ”тың төп маҡсаты – 30 йәшкә тиклемге алдынғы башҡорт йәштәре ҡатнашлығында видеошиғырҙар төшөрөү. Ошо урында аңлатып үтеү фарыз: йырҙарға клиптар булған кеүек, видеошиғыр – ул әҙәби әҫәргә лә клип. Бында үҙенсәлекле, ижади ҡараш, сюжет төрлөлөгө мөһим.
Декабрь башында башланған проекттың беренсе өлөшөндә башҡорт әҙәбиәтенең яңы быуын ижадсылары – “Ҡыл” шағирҙар хәрәкәте ағзалары сығыш яһаны. Марафонды “Ҡарт уйынсыҡ хәбәре” исемле шиғыры менән Айбулат Сәсәнбаев асты. Егеттең ҡыҫҡа, әммә үҙендә тәрән мәғәнә йөрөткән шиғырына төшөрөлгән видеояҙма зауыҡлы, матур кадрҙары менән арбай.
Нәркәс Ҡәйепҡолованың “Мәңге юлдамын” исемле видеошиғыры күптәрҙең күңеленә ятты. Былтыр “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһендә беренсе урын яулаған ҡыҙ шиғриәт донъяһында ышаныслы аҙымдарын яһай, оҙаҡламай Зәйнәб Биишева исемен­дәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында тәүге китабы ла сығырға тейеш. Башҡаларҙан айырылып торған тауышы, үҙ юлы булған йәш шағирәнең видеояҙмаһы ла ҡыҙыҡлы.
Алина Әхмәтшинаның “Ҡышҡы таң”ы үҙенә күрә бер фильмдан өҙөктө тәшкил иткәндәй тойола. Ҡыҙҙың әйтеүенсә, клипты төшөрөүҙә уға оҙаҡ ваҡыт Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония­һында режиссер булып эшләгән, йырсы, сценарист, музыкант Миңзәлә Яхина ярҙам иткән. Видеояҙманы төшөрөү ваҡытында булған ҡыҙыҡ хәлдәр менән дә уртаҡлашты Алина: “Сюжет буйынса мин ҡышҡы таңда ҡалаға килеп төшәм. Миңзәлә мине рулгә ултыртты, үҙе эргәләге пассажир ултырғысы­ның артын төшөрөп, шунда ятты. Шулай итеп, машина йөрөтөргә лә форсат тыуҙы”. Был донъяны күреү мөмкинлегенән мәхрүм, әммә шул тиклем яҡты күңелле, саф йөрәкле ҡыҙҙың тормошто ихлас яратыуы, хатта сәп-сәләмәттәрҙән дә тулыраҡ ҡанлы тормош менән йәшәүе беҙ һүҙ алып барған видео­шиғырға ла күскән.
Марафонда йәш быуын шағирҙары араһындағы киләһе ҡатнашыусы мин инем. Бынан биш йыл элек яҙылып күптәр йөрәгендә аңлау тапҡан “Атайһыҙҙар” тигән шиғырыма күптән клип төшөрөргә хыяллана инем. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа режиссерлыҡ менән үтә лә ҡыҙыҡһынам, шуға был видеояҙманың һәр кадрын уйлап, башта ҡороп та ҡуйғайным.

Атайһыҙлыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя­лыҡтағы иң киң таралған, үҙенә күрә тотош бер быуынды тәшкил иткән, йылдан-йылға күсә килгән күренештәрҙең береһе. Үҙемә ошо тәҡдирҙең яҙылыуы йөрәгемде бер яралаһа, бер йыл элек ҡыҙыма ла ошо касафаттың ҡағылыуы бер аҙ уңалып торған балалыҡ яраларымды тағы ла ҡуҙғатып ебәргәндәй тойолдо.
Бар сюжет уйымда алдан әҙер булһа ла, видеояҙманы төшөрөү еңелдән түгел ине. Хәҙер һанап ҡарайым да, үҙем менән бергә ете кеше ҡатнашҡан клипта, уларҙың алтау­һына, оператор, ҡораусы Наил Тимербаевҡа шиғырҙың эстәлеген, нимә әйтергә телә­үемде, уларҙың кадр эсендәге бурыстарын еткереү ҡыйын бирелде. Бигерәк тә әсәйем, ҡыҙым менән төшөргән урындар хәтерҙә уйылып ҡалды – әсәйемдән, шиғырҙа яҙыл­ған­са, атайымды юғалтыуға бәйле хәтирә­ләре хаҡында һөйләүен һорайым, ҡыҙыма ни эшләргә кәрәклеген аңлатам, үҙем эстән генә яраларын ҡуҙғатҡанға ғәфү үтенәм. Һөҙөмтәлә “Атайһыҙҙар” видео­шиғыры интернет селтәре буйлап йәшен тиҙлегендә таралды, күп фекерҙәр тыуҙырҙы, бөгөнгө көндә 60 000 тирәһе кеше ҡараны уны. Маҡ­сат үтәлде – яҙма йөрәктәргә барып етте.
Гөлнур Замалетдинованың “Һинең яҡлы” исемле шиғыры унда уйнаған Гөлнурҙың үҙе һәм “Ҡорос” халыҡ театры актеры Фәдис Иҙрисовтың ихласлығы, йәш кешеләргә генә хас матурлыҡтары, видеояҙманың матур кадрҙарға ҡоролоуы менән арбай, ирекһеҙҙән йылмайырға, ысын мөхәббәткә, һөйгәнең менән уҙғарған бәхетле мәлдәргә, мөғжизәгә ышанырға мәжбүр итә. Ул яҡтылыҡҡа өндәй, өмөт ҡабыҙа икән – был проекттың ысын уңышы хаҡында һөйләй бит.
“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе Ғәзиз Әбделмәновтың “Минең ҡоштар” шиғырына төшөрөлгән видео­яҙманың сығыуына күп тә түгел, әммә ул күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөрҙө. Был Ғәзиздең актерлыҡ, шиғырҙы яҙыу ғына түгел, еренә еткереп уҡый белеү һәләтенә лә, оператор, ҡораусы Наил Тимербаевтың яҙманы ҡыҙыҡлы итеүенә, ундағы күләгәләр менән уйнау, һәр кадрҙы урынлы итеү оҫталығына ла бәйле.
Яңы быуын шағирҙарынан тыш, “Аҫыл­таш” интернет-марафонында теге йәки был өлкәлә йәмәғәтселек фекеренең лидерҙары булып танылған, үҙ эшмәкәрлектәре менән билдәлелек, уңыш яулаған йәштәр ҙә ҡатнаша – яратҡан шағирҙарының ижады менән уртаҡлаша. Үҙ проектында үҙе лә ҡатнашты Наҙгөл – Лариса Абдуллинаның “Ара” шиғырына видеояҙма төшөрөлдө. Автор үҙе Наҙгөлдөң әҫәрҙе уҡыуын, уны дөрөҫ итеп еткерә белеүен юғары баһаланы, “Мөхәббәт лирикаһы – уның ҙур өҫтөнлөгө” тип яҙҙы. Наҙгөл Ғәлиеваның проектҡа яратып тотоноуы, уны ҙур ихласлыҡ менән бойомға ашырыуы һиҙелә, ә Мәскәү ҡалаһында төшөрөлгән кадрҙар яҙмаға айырым тылсым, мәғәнә өҫтәй.
Instagram селтәрендә ун меңгә яҡын яҙылыусыһы булған блогер Әлиә Әбдрә­шитова ла был проекттан ситтә ҡалмаған. Уның ҡатнашлығындағы видеояҙма кескәй генә фильмды хәтерләтә, ҡыҙыҡлы сюжет мөхәббәт тарихы хаҡында бәйән итә.

Билдәле шағир Рәйес Түләктең ялҡынлы ижадының “Аҫылташ” марафоны сиктәрендә, гүйә, икенсе һулышы асылды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе, Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов уның “Яныу” поэмаһынан өҙөктө уҡып ишеттерһә, спортсы Заһир Түләбаев менән “Оран” шиғырына видеоклип төшөрөлдө. Был яҙмаларға ҡарайһың да, ирекһеҙҙән бар әле беҙҙә рухлы егеттәр, тип һоҡланаһың.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова ла шиғри мара­фонға ҡушылды – Һәҙиә Дәүләтшинаның “Көн дә тыңлай доктор йөрәгемде” әҫәрен тәҡдим итте.
“Аҫылташ” интернет-марафоны сиктә­рендә 30 видеошиғыр төшөрөү ҡаралған, әле шуларҙың туғыҙы сафта, интернет киңлегендә 100 меңгә яҡын ҡарау йыйған.
– Видеояҙмаларҙы интернетҡа һала башлағас та йәнлелек тыуҙы: ҡарайҙар, үҙ фекерҙәрен белдерәләр, сәхифәләренә күсереп алалар. Был өмөтөбөҙҙөң бушҡа булмауын, эшебеҙҙең һөҙөмтәлелеген иҫбат итә, артабанғы үрҙәргә дәртләндерә, – ти проект авторы Наҙгөл Ғәлиева.


Матурлыҡ арҡылы халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыусы


Үткән йәй “Минең төбәгем” исемле блог-турҙа ҡатнашырға насип булды, ундағы юлъяҙмалар ҙур мәҡәлә булып донъя күрҙе. Был проект күп ҡыҙыҡлы танышыуҙар бүләк итте. Шуларҙың береһе – Земфира Рәшитова менән осрашыу. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурай бүлеген тамамлаған ҡыҙ был башҡорт халыҡ музыка ҡоралында уйнау оҫталығы менән хайран иткәйне. Йыл аҙағына ул тағы ла һоҡланырға мәжбүр итте – Өфөлә “Miss International” исеме менән ғәҙәти булмаған матурлыҡ конкурсы ойошторҙо.
– Ҡыҙҙар өсөн халыҡ-ара кимәлдәге ҙур проект төҙөү уйы миндә күптән йәшәй ине. Ҡурайсы булараҡ, башҡорт мәҙәниәтен өҙөлөп яратам, шуға күрә был сараны күнегелгән матурлыҡ конкурсы сиктәрендә түгел, ә ҙурыраҡ итеп күрергә теләнем, ундағы ҡатнашыусылар үҙ илдәрендәге мәҙәниәтте лайыҡлы итеп күрһәтергә тейеш, тигән фекерҙә инем.
Тап Башҡортостан – бының өсөн уңышлы ер, сөнки республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре тупланған, төрлө мәҙәниәт бергә ойошҡан, бында сит илдән килеп уҡыусылар күп. 2018 йылда “Miss International” проекты менән “Росмолодежь” ойошмаһы алдында сығыш яһап, 200 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшһәм, 2019 йылда “Таврида” форумында 650 меңлек грантҡа эйә булдым. Был матурлыҡ бәйгеһенә яңы кимәлгә сығырға булышлыҡ итте, – ти Земфира.
Һайлап алыу туры үткән, донъяның төрлө илдәренән килеп, Өфөлә уҡып йөрөгән ун ике ҡыҙҙы махсус рәүештә ҡунаҡханаларға урынлаштыралар. Улар менән фотографтар, видеографтар, хореографтар, стилистар, вокал белгестәре һәм башҡа һөнәр белгестәре эшләй.
Бәйгенең финал өлөшө былтыр “Башҡорт­остан” дәүләт концерт залында үтте. Төрлө мәҙәниәт йыйылмаһынан яралған тамаша, ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ ине.
– “Miss International” бәйгеһе көткән өмөт­тәрҙе аҡланы, тәжрибә уртаҡлашыу, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн шәп майҙансыҡ булып торҙо. Ҡыҙҙар үҙ-ара үтә лә ныҡ дуҫлашты, бер-береһенең йырҙарын, хатта телдәрен өйрәнде. Иң мөһиме ошо бит – төрлө милләт вәкилдәре араһында ысын дуҫлыҡ күпере һалынды. Финал сараһы ла ябай концертты түгел, ә Ер шары буйлап тотош бер сәйәхәтте хәтерләтте. Тамаша­сыларҙың һәр ҡатнашыусының сығышын йылы ҡабул итеүен, улар өсөн ҡыуаныуын күҙәтеү – үҙе бер шатлыҡ, – тип проект үткәндән һуң тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты Земфира.
Матурлыҡ бәйгеһе тамамланып, күп ваҡыт та үтмәне, Земфира Рәшитова йәнә йәмәғәтселекте йәнләндерҙе, инде был юлы ер сиге Камчатканың үҙендәге видеояҙмаһы менән. Унда Земфира Камчатка ҡыҙы Карина Этаургина менән ҡыҙыҡлы күренеш булдыра – ҡыҙҙар ҡурайҙа һәм шаман бубенында башҡорт халыҡ көйө “Сыңрау торна”ны уйнай. Был төбәктә үткән көндәре хаҡында Земфира бик йылы иҫкә ала:
– Камчаткаға мине “Miss International” бәйгеһенә ауаздаш матурлыҡ конкурсына баһалама ағзаһы һәм ҡунаҡ итеп саҡырҙы­лар. Мин сәхнәнән ҡурайҙа уйнап ишет­тер­ҙем. Камчаткала йәшәгән халыҡтың ҡунаҡ­сыллығы һаман күңелде йылыта. Беҙ бик күп ерҙәр күрҙек, күп аралаштыҡ. Бынан тыш, миңә уларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыу, Башҡортостан хаҡында һөйләү форсаты ла тыуҙы.
Быларҙан тыш, ҡыҙҙы Камчаткала йәшәгән коряк халҡының шул тиклем ябай һәм киң күңелле булыуы, көндәлек тормоштағы һәр нәмәнән йәм, ҡыуаныс табып йәшәй белеүҙәре ҡыуандыра. Земфира уларҙы Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡырған икән, киләсәктә шундағы бейеү ансамбленең Өфөлә концертын да ойош­торорға теләге бар.
Кемдер хыяллана, әммә теләген бойомға ашырырға ҡыйыулығы етмәй, кемдер күп һүҙ һөйләй, эш күрһәтергә тырыша, әммә һөҙөмтә юҡ. Земфира Рәшитова – ошон­дайҙар өсөн дә, яңы бейеклектәргә тал­пынғандар өсөн дә үрнәк һәм илһам сығанағы. Ҡыҙ туған мәҙәниәтен яратып ҡына ҡалмай, уны халыҡ-ара кимәлгә сығарыу өҫтөндә күп эшләй, бүтән мил­ләттәргә лә, уларҙың мәҙәниәтенә лә оло ихтирам, ҡыҙыҡһыныу менән баға. Егерме алтынсы йәше менән барған ҡурайсы һылыуҙың оло ҡаҙаныштары – бөтә халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ.


Китаптар ҙа һөйләшә белә


“Таврида” йәштәр мәҙәни форумында грант отҡан өсөнсө ҡыҙ – Дарья Әхмәрова. Ул – ирекмән, үҙ проектын да ошо өлкәгә арнаған.
Күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн тактиль һүрәттәр менән сығарылған китаптар хаҡында был эш.

Дарья ирекмәнлек менән ике йыл шөғөлләнә. Былтыр ул фекерҙәш дуҫтары менән “Уңыш лабораторияһы” командаһы төҙөй һәм грант отор өсөн проект эшенә тотона. 2019 йылдың сентябрендә ҡыҙҙар-әхирәттәр, ул ваҡытҡа күп форумдар тамамланыу сәбәпле, Ҡырымда үткән “Таврида”ға мөрәжәғәт итә.
– “Таврида” – Рәсәйҙәге иң яҡшы форум майҙандарының береһе. Үҫеш мөмкинлеге, илһамландырыусы мөхитле ер бүтән бер ҡайҙа ла юҡ.
“Китаптар ҙа һөйләшә белә” проектына грант аҡсаһы күсерелгәс тә, ноябрь айында әүҙем эшкә тотондоҡ. Беҙҙең командала БДПУ-ның сығарылыш студенттары ла бар. Улар тактиль китаптарҙы етештереү буйынса махсус белем алған. Бындай китаптар ҡулдан, махсус материалдар буйынса бойомға ашырыла. Дөйөм алғанда, 300 дана әҙерләргә теләйбеҙ, – ти Дарья.

Китаптарҙың барыһы ла һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн тәғәйенләнгән Өфө мәктәп-интернатына һәм Башҡорт һуҡырҙар китапханаһына тапшырыласаҡ.
Уларҙың йөкмәткеһенә килгәндә, китапта Башҡортостан, унан ситтәге төбәктәр буйлап сәйәхәттәр хаҡында һөйләнгән хикәйәләр, очерктар, әкиәттәр урын аласаҡ. Дарьяның һүҙҙәре буйынса, донъяны бар матурлығы һәм төрлөлөгө менән күреү мөмкинлегенән мәхрүм ителгәндәрҙең даирәһе киңәйһен өсөн был проект. Сәйәхәттәр тураһындағы тарихтар команда вәкилдәре тарафынан уйлап сығарыла икән. “Китаптар ҙа һөйләшә белә” проекты – бер кеше атҡарып сыға алмағанда ла, команда менән булдырыу, изгелек ҡылыуҙы иҫбат итеүсе эшмәкәрлек.


Киләсәкте үҙе төҙөй


Тимур Рамаҙановҡа ла үткән йылдағы “Таврида” форумында уңыш йылмая – ул 802 мең һумлыҡ грант ота. Егеттең үҙенсәлекле проекты кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән – ул “Бергәләп проектлау өсөн интерактив система” мобиль ҡушымтаһын төҙөү” тип атала.
– Исеме оҙон, ҡатмарлы, әммә маҡсаты ябай: һәр кемдең уйын формаһында үҙ ҡа­лаһын төҙөкләндереүгә өлөш индереүен бойомға ашырыу өсөн төҙөлдө был проект, – ти Тимур. – Дизайнерҙарҙан, програм­малаусыларҙан, архитекторҙарҙан, урба­нистарҙан торған команданың төп өлөшө инде тупланған. Программаны ҡулланыусы ҡала буйлап виртуаль рәүештә йөрөй һәм юлдарҙың ремонтланыуын, өйҙәр төҙөлөүен, подъезд алдарының, парктарҙың төҙөкләне­үен күҙәтә аласаҡ. Улай ғына ла түгел, ҡулланыусы үҙ тәҡдимдәре менән мөрәжәғәт итергә лә бурыслы: “Әйҙәгеҙ, бында берәй арт-объект ҡуяйыҡ, ә бында – бер-ике эскәмйә, тегендә – сүп урнаһы....”
Шулай уҡ, егеттең һөйләүе буйынса, ҡушымтала төрлө һорау алыуҙарҙа ҡатна­шырға, үҙ фекереңде комментарий итеп ҡалдырырға мөмкинлек буласаҡ.
Ҡала халҡы үҙ ҡалаһын үҙе төҙөй – шәп идея, эйеме? Тимур әйтеүенсә, алда әле эштәр бихисап. Гранттың төп сығымдары интеллектуаль хеҙмәткә китәсәк. Тимур Рамаҙановтың командаһы үҙ көсөнә ышана: улар йәйгә проектты эшләтеп ҡарарға ниәтләй.
– Ысынында, отҡан грант аҡсаһы бындай масштаблы ҡушымта өсөн әҙ, шуға күрә беҙ Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамына өмөттәр бағлайбыҙ, – тине Тимур.


***


Үрҙә һүҙ барған йәштәр, ҡарап торһаң, балалыҡтан яңы сыҡҡан кеүек – утыҙға ла етмәгәндәр. Әммә аҡылдары, уй-фекер кимәле, амбициялары иҫ киткес. Улар үҙ киләсәген үҙе төҙөй, илем, халҡым тип яна, милләтен халыҡ-ара кимәлгә сығара һәм, әлбиттә, тарихта уйылып ҡалырлыҡ хеҙ­мәттәр башҡара. Ә иң ҡыуаныслыһы – быларҙың барыһы ла Наҙгөлдөң дә, Земфираның да, Дарьяның да, Тимурҙың да юл башы ғына. Алда уларҙы ҙур маҡсатлы, абруйлы кешеләр итеп күрергә яҙһын!
Читайте нас