Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡыйғы районына юлланды. Ул мәғариф һәм спорт учреждениеларын эшмәкәрлеге менән таныша, муниципалитет активы менән осраша.
Үрге Ҡыйғы ауылында төбәк етәксеһе 564 бала белем алған 2-се урта мәктәптә булды. Директор Фәнил Сафин әйтеүенсә, былтыр учреждение “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Заманса мәктәп” федераль проектына ҡушылған. Һөҙөмтәлә бында “Үҫеш нөктәһе” тип аталған һанлы һәм гуманитар өҫтәмә белем биреү үҙәге ойошторолған. Бынан тыш, “Юғарыға ос!” республика проекты буйынса мәктәптә стоматология кабинетын асыу йәһәтенән эш тамамланып килә.
Урындағы уҡытыусылар коллективы спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Ошо көндәрҙә йәш спортсылар төбәктәге ауыл белем биреү учреждениелары араһында “КЭС-БАСКЕТ” баскетбол лигаһы мәктәбе финалында беренсе урынды яулаған. Республика Башлығы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөү өсөн спорт командаларына ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Әле мәктәптең ҡыйығына, аҙыҡ-түлек блогына, яҡтылыҡ системаһына ремонт яһарға, блоклы ҡаҙанлыҡ асырға, белем усағының тирә-яғын төҙөкләндерергә кәрәк. Радий Хәбиров ошо маҡсатҡа, шулай уҡ медицина кабинеты өсөн ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүлергә күрһәтмә бирҙе.