Үзбәкстан гражданын үҙендә законһыҙ йәшәткән һәм эшкә урынлаштырған өсөн Бәләбәйҙә йәшәүсе иргә штраф сәпәгәндәр.
Үзбәкстандан килеүсе шәхси хужалығында төрлө эштәрҙе башҡарған. Баҡтиһәң, уның беҙҙең илдә йәшәүгә һәм эшләүгә рөхсәт иткән документтары булмаған икән.
Сит ил кешеһен тыуған яғына мәжбүри рәүештә ҡайтарып ебәрәләр.