25-26 ғинуарҙа Дүртөйлөлә “Мин ул Дүртөйлө” тигән үҙенсәлекле урам сәнғәте фестивале үтә.
Ошо шәмбе Өфөнән стрит-арт рәссамдары Олег Кайбышев, Римад Ниллумтах һәм Мансур Зыяев Дүртөйлөләге мәҙәниәт йортонда уҡыусылар, студенттар менән осраша. Унда киләсәк ҡалаһы тураһында ижади оҫтахана ойоштороласаҡ.
Фестивалдең темаһы – үҙеңдең киләсәктәге портретың. Теләге булғандар әле үк эшкә тотона һәм рәссам менән бергә автопортрет төшөрөү өсөн эскиз яһай ала. Һәр ҡатнашыусының хеҙмәтенән дөйөм инсталляциялар хасил буласаҡ.
26 ғинуарҙа иһә фестиваль квест рәүешендә дауам итәсәк. Унда ҡатнашыусылар Дүртөйлө тарихы хаҡында яҡшыраҡ беләсәк. Квест “Таныш” сауҙа үҙәгендә тамамланасаҡ.
“Мин ул Дүртөйлө” фестивале Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты һәм ORCHESTRA DESIGN архитектура бюроһы ярҙамында Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсына заявкаға әҙерлеккә ярашлы ойошторола. Дүртөйлө был сарала урындағы тарихи үҙәкте үҙгәртеү проекты менән ҡатнаша. Уның деталдәре менән ҡаланың “Таныш” сауҙа үҙәгендә танышырға мөмкин.