Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсар менән осрашты. Яҡтар иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һәм социаль өлкәлә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты. Осрашыуҙа шулай уҡ Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Исмәт Эрикан ҡатнашты.
Мехмет Самсар әйтеүенсә, Башҡортостанда Төркиә Республикаһының Почетлы консулы институтын ойоштороу күҙаллана.
– Әле беҙ кандидаттарҙы тикшерәбеҙ. Мәсьәлә хәл ителгәс, почетлы консул эшкә тотонасаҡ. Бөтә дәүләттәрҙә Почетлы консул институты мәҙәни бәйләнештәрҙе, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе ҡулайлаштырыуға булышлыҡ итә, – тине ул.
Респубика йортондағы осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфөнән көнсығыштан сыға торған юл һалыу проектын тикшерҙе. М5 һәм М7 федераль трассалары араһындағы транспорт коридорының хаҡы – 33,5 миллиард һум. Әле Төркиә подрядсыһына 26 миллион доллар аванс күсерелгән. Тиҙҙән тоннелдә проходкалау эштәре башлана. Илсене объектты асыу тантанаһына саҡырҙылар.
– Төркиә бизнесының Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуын тоябыҙ. Тағы ла бер мөһим проект бар – бала табыу йортоноң яңы корпусын төҙөү, – тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа яҡтар “Өфө” аэропортында ҙур транспорт терминалы, Көрәш һәм Волейбол һарайҙары төҙөү, Истанбулда Башҡортостан вәкиллеген асыу, ике төбәк араһында авиарейстарҙы арттырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Радий Хәбиров мәҙәни хеҙмәттәшлек темаһын да күтәрҙе. Ул Илсене Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы. Мехмет Самсар, үҙ сиратында, тиҙҙән Төркиә министрҙарының Башҡортостанға килергә ниәтләүе тураһында һөйләне, республикала төрөк рәссамдары картиналары күргәҙмәһен ойоштороу теләген белдерҙе.