Кисә Ишембай ҡалаһында Любовь Мишина менән хушлаштылар. Ғәзиз улын, ниһайәт, Герой исеменә тәҡдим итеүҙәрен ишетеп, ҡыуанып та өлгөрмәй, уйламағанда вафат була ул.
Ҡатындың улы Сергей Лукьянцев 2016 йылдың 10 авгусында батып барған малайҙы ҡотҡарғанда һәләк була. Баланың батып барғанын күргән 34 йәшлек ир уйлап та тормай һыуға һикерә. Тик йылға төбө тимер-томор, төҙөлөш ҡалдыҡтары менән тулы булғанлыҡтан, Сергей ныҡ бәрелә. Шулай ҙа малайҙы ярға этәрергә көс таба ул. Бала тере ҡала, ә бына үҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була. Аҙаҡ асыҡланыуынса, уның елкә тирәһендәге умыртҡа һөйәге һынған. Уның ҡатыны, ике улы етем ҡала...
Өс йыл үткәс, ҡала кешеләренең әүҙем хәстәрлеге менән Сергей, ниһайәт, генерал Шайморатов орденына тәҡдим ителә. Был ҡыуаныслы хәбәрҙе Сергей Лукьянцевтың әсәһенә еткерәләр. "Улым, һиңә орден бирәсәктәр, һин герой, минең аҡыллым!" - тип фатирҙы яңғырата күҙ йәштәре аша әсә. Ул шулай улы менән гелән һөйләшеп торор булған...
Фажиғә икенсе көндә була. Любовь Николаевна 88 йәшлек әсәһенең хәлен белергә барып, ҡыйыҡтан төшкән оло-ҡара ҡар өйөмө аҫтында ҡалып һәләк була.
Любовь Николаевна ғүмер буйы "Иҙелнефтемаш" заводында эшләгән, оло хөрмәт ҡаҙанған. Улын бик яратҡан, уның батырлығы ҡасан да булһа яҡташтары тарафынан билдәләнер тигән өмөт менән йәшәгән. Тик, үкенескә ҡаршы, оҙаҡ шатланып йәшәргә насип булмай уға.
Был тарихты белгән яҡташтары, хеҙмәттәштәре Любовь Николаевнаның вафатын ишетеп, ныҡ ҡайғырҙы, хатта ирҙәр күҙ йәшен тыя алманы. "Ғәфү ит, һаҡлап ҡала алманыҡ..." - тип үрһәләнде улар.