“Республика уҙған йылды бик күтәренке кәйефтә тамамланы, киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Уның уңыштарында, һис шикһеҙ, һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәгеҙ ҙә бар. Был залда төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Ауыл эшсәндәренә, уҡытыусыларға, табиптарға, ғалимдарға, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт. Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ”. – Радий Фәрит улы хеҙмәт алдынғыларының эшмәкәрлегенә айырым туҡталып, йылы тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында уҙған был тантанала илдең һәм төбәктең үҫешенә тос өлөш индергән 66 кешенең фиҙакәр хеҙмәте билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында республика етәкселеге вәкилдәре, ведомство хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр, архитекторҙар, фән эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, сәнғәт әһелдәре һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар ине. Башлыҡ уларҙың ҡайһы берҙәренең эшмәкәрлегенә айырым туҡталды. Мәҫәлән, режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов халҡыбыҙҙың рухи байлығын сағыу яҡтыртҡан спектаклдәр ҡуя. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе, ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”, “Башҡорт халҡы тарихы” кеүек күп томлы баҫмалар әҙерләүгә өлөш индергән, күп телселәр тәрбиәләгән. Билдәле хирург, “Сколково” инновация үҙәге проектының ғилми етәксеһе Владимир Плечев үҙенсәлекле операциялар яһай, кеше ғүмерен ҡотҡарған сифатлы иммуностимуляторҙар һәм йөй материалдары уйлап таба. Салауат ҡалаһынан “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Суфия Зидиханова йәш быуында илһөйәрлек сифаты тәрбиәләй, ветерандарға һәм хәрби хәрәкәт инвалидтарына ярҙам итә.
Тәүҙә Рәсәй наградалары тапшырылды. Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһының бүлек мөдире Сергей Холкин – “Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы”, “Енер-холдинг” йәмғиәтенең генераль директоры Наил Заһиров – “Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Шишмә районының Шишмә ауылындағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы Венера Собханҡолова “Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр алып ҡыуанды.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам үҙәгенең генераль директоры Рафаил Ғибәҙуллин, Салауат ҡалаһының “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Суфия Зидиханова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды.
Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғановҡа, “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтовҡа, М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафиловҡа, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары ярҙамсыһы Рим Мусинға, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургия кафедраһы мөдире Владимир Плечевҡа, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт медицина институтының махсус фортепиано кафедраһы профессоры Наилә Хәмиҙуллинаға, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисамитдиноваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.