Статистика мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер һәр унынсы кеше бер нисә урында эшләй. Был нимә менән бәйле? Аҡса етмәүме, күңел ҡушыуымы? Белгестәр ниндәй фекерҙә?
Аҡсаһын етерлек түләмәһәләр ҙә, элекке быуын иртәнән кискә тиклем колхозда бил бөккән, өсәр смена завод-фабрикаларҙа эшләгән. Ҡатындар, башҡа хеҙмәт урыны тураһында уйлау түгел, декрет ялына ла сығып тормай тир түккән. Аҡса өсөн генә түгел, эш туҡтамаһын, тип хеҙмәт иткәндәр. Бөгөн иһә заман башҡа. Күп эш техникаға ҡоролған. Заводтарҙа бер нисә кешелек эште бер робот башҡара. Күп ерҙә график менән хеҙмәт итеү мөмкинлеге бар. Тимәк, кешенең буш ваҡыты ҡала, ул, теләге булһа, тағы бер нисә ергә урынлаша ала.
Хәҙер өйҙән тороп дистанцияла эшләү мөмкинлеге бар. Компьютер, интернет бик күп мөмкинлек аса. Аҡса эшләү өсөн ҡайҙалыр барыу кәрәк тә түгел.
Икенсе берәүҙәр, һөнәри яҡтан үҫеү өсөн, бер нисә эштә йөрөй. Был – яңы элемтәләр, танышыуҙар тигән һүҙ. Бер эштә алған мәғлүмәттең икенсеһе өсөн файҙалы булыуы мөмкин. Кеше шул рәүешле рухи яҡтан үҫешә, һөнәри яҡтан камиллаша, тәжрибәһе арта.
Шулай ҙа кешене икенсе эш эҙләргә этәргән төп сәбәп – өҫтәмә табыш алыу. Аҡса бер ҡасан да артыҡ булмай тигәндәй, күптәр бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша.
Дөрөҫ, бөтә һөнәр эйәләре лә ике ерҙә эшләй алмай. Ғәҙәттә, юғары уҡыу йорто ғалимдары, уҡытыусылар, артистар, журналистар, блогерҙар, программистар, медицина хеҙмәткәрҙәре, тәржемәселәр, дизайнерҙар өҫтәмә кәсеп менән шөғөлләнә.
Юридик яҡтан ҡарағанда, бер нисә ерҙә эшләү рөхсәт ителә. Хеҙмәт кодексы буйынса, был ҡанун тарафынан тыйылмаған. Етәкселек менән килешеп, ике урында ла рәсми теркәлеп эшләргә була. Бер нисә ерҙә хеҙмәт итеү насар түгел, тик бының өсөн сәләмәтлектең ныҡлы булыуы, ихтыяр көсө һәм теләк, маҡсат кәрәк.
Психологтар ике ерҙә эшләүҙең уңайлы һәм кире яҡтарын айырып күрһәтә. Әгәр ҙә кеше яратҡан хеҙмәте менән шөғөлләнә икән, күп осраҡта уның ҡыйынлыҡтарын һиҙмәй, ҡәнәғәтлек кенә ала. Тик икенсе урында эшләргә мәжбүр булһа, аҡса өсөн генә яратмағанын башҡарырға тура килһә, был инде язаға тиң. Бындай ваҡытта кеше үҙен эстән ашай, тиҙ арый. Шуға ла психологтар ике ерҙә эшләргә йыйынған кешеләргә бер йүнәлештәге өлкәләрҙе һайларға ҡуша. Әйтәйек, уҡытыусы икәнһең, дәрестәрҙән тыш, репетиторлыҡ менән шөғөлләнергә була. Тик бына банк хеҙмәткәре эштән һуң таксиҙа йөрөп аҡса тапһа, был күңеленә ҡәнәғәтлек килтерерме икән?
Бер нисә ерҙә эшләгәндәргә белгестәр ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәнергә кәңәш итә. 24 сәғәттең етеһен йоҡоға бағышлау бик мөһим. Табиптар фекеренсә, нисек кенә булмаһын, кеше ялһыҙ эшләй алмай. Был – физик яҡтан сәләмәт булыу ғына түгел, психик яҡтан тотороҡлолоҡ өсөн дә кәрәкле шарт. Ялды мөмкин тиклем әүҙем - тәбиғәт ҡосағында, ғаилә, дуҫтар менән уҙғарырға тырышығыҙ, был ваҡытта эш тураһында бөтөнләй онотоғоҙ, тип кәңәш итә белгестәр.
Эш тип, ашауҙы оноторға ярамай, дөрөҫ туҡланыу мөһим.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп нәмәгә өлгөрөү өсөн, нимә эшләргә теләгәнегеҙҙе ҡағыҙға алдан яҙып ҡуйығыҙ.
Аҙ хеҙмәт хаҡы булған икенсе эшкә бармау хәйерлерәк.
Өҫтәмә аҡса икенсе эшкә киткән ваҡытығыҙҙы, көсөгөҙҙө аҡларға тейеш.
Өҫтәмә эш итеп ауыр, физик көс талап итә торғандарҙы һайламағыҙ. Был рәүешле сәләмәтлекте ҡаҡшатырға мөмкин, аҡсағыҙ ҙа әллә ни артмаҫ. Булдыра алған, һеҙгә еңел бирелгән эш урындарына ғына ризалашығыҙ.