Йәмғиәт
24 Января 2020, 08:04

Башҡорт егете Голливудты яулай

Йүнсел яҡташыбыҙ донъя кимәленә сыҡҡан.

Таныш булығыҙ – Айҙар Миһранов. Ул сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Бәләкәйҙән супермендар тураһында комикстар, Marvel кинокомпанияһының фильмдарын ҡарап үҫкән егет ундағы төп геройҙарҙың битлектәренә ҡыҙыға, интернет киңлектәрен байҡап, уларҙың ҡиммәт тороуын асыҡлағас, үҙе эшләп алырға ҡарар итә. Шулай итеп, иң тәүге ижад емеше – “Ҡара пантера” кинофильмындағы супермен битлеге пәйҙә була.


Теләге булмаған һылтау эҙләй, теләге булған мөмкинлек таба


Айҙар редакциябыҙға ла буш ҡул менән килмәне, бит­лектәрен дә үҙе менән алғайны. Улар менән таныштырғандан һуң, егет хәтирәләре, бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡ­лашты.
– Барыһы ла 2015 йылда башланды. Ул ваҡытта про­катҡа “Кеше-ҡырмыҫҡа” фильмы сыҡҡайны. Төп ролде башҡарған актер Пол Радд һәм, ғөмүмән, картина үҙе мин­дә көслө тәьҫораттар ҡал­дырҙы. Комикс һөйөүсе бу­лараҡ, үҙ коллекциямды кино­лағы атрибутика менән тултырыу теләге тыуҙы. Шлем­дың хаҡын белгәс, күңел төштө – ул ваҡытта миңә 28 мең һум аҡса буй етмәҫлек сумма булып күренә ине, – тип хәтер ебен һүтте егет.
Башта Айҙарҙың 3D-принтеры ла булмай, ә битлек­тәрҙең каркастары ҡағыҙҙан йыйыла, эстән бинттар ярҙа­мында нығытыла. Ике туған ағаһы Фидаил менән ең һыҙғанып эшкә тотоналар, тауар әҙер булғас, интернетҡа һатыуға ҡуялар.

– 2016 йылда беренсе һатып алыусыбыҙ табылды, ошо мәлдә яратҡан шөғөлдөң килем килтерә алыуына төшөн­дөм. Өфөләге ComicFunUfa магазины һәм “Искра” кинотеатры беҙгә иғтибар итте: күргәҙмәгә саҡырҙылар. Был беҙҙең тәүге етди аҙым ине – артабан тотош Башҡортос­тандан заказдар килә башланы, – ти Айҙар.


“Фатирға түләргә, ризыҡ алырға ла аҡса етмәй ине”


Уңыш уларға тиҙ генә йылмаймай, егет ағаһы менән ижади ғына түгел, матди көрсөк аша ла үтә. Бер аҙҙан Фидаил икенсе ҡалаға күсеүе арҡа­һында, проекттан ситләшеп торорға мәжбүр була.
Айҙар был һынылыш осоронда терәк-таяныс булып торған ата-әсәһенә рәхмәт әйтә: улар улдарының битлектәр етештереү, уларҙы һатыуға сығарыуҙы юлға һалыр өсөн Өфөгә күсеүен бер һүҙҙән хуп­лай. Әммә баш ҡалала ла эш тиҙ генә алға китмәй. “Хатта фатирға түләргә, ризыҡ алырға ла аҡса етмәй ине”, – тип һөйләй Айҙар.
Күңеле төшә, ҡулына эш бармай, әммә тыуған ҡала­һына кире ҡайтырға баҙнат итмәй егет, бер нимәгә лә ҡарамай алға барыуын дауам итә, эш алымдарын үҙгәртә. Аҡса менән ата-әсәһе ярҙам итә: Айҙар яңы ҡорамалдар һатып ала, заманса техно­логияларға, юғары сифатлы материалдарға мөрә­жәғәт итә. Яңы мөмкинлектәр күбәйә, йышая башлаған клиент­тарының бәхетле йөҙө уны тағы ла илһамланып эшләргә этәрә.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, уңыш был юлы үҙен көттөрмәй, һатып алыусылар араһында сит илдекеләр кү­ренә башлай, Айҙарҙың хеҙ­мәте менән MTV каналы ҡыҙыҡһына, АҠШ-тағы MTV Awards-2018 тантанаһы өсөн битлектәр һатып алырға теләүҙәре хаҡында белдерәләр. Был ваҡиға егеткә халыҡ-ара кимәлгә сығыу өсөн ҙур этәргес булып тора.


Артабан – Marvel кинокомпанияһы


Супергеройҙар хаҡындағы фильмдары менән бөтә донъя­ға билдәле Marvel кино­компанияһы менән хеҙмәт­тәшлек – башҡорт егетенең Голливудты яулау билдәһе ул. Айҙар Миһрановтың битлек­тәре менән билдәле актер Уилл Смиттың ҡатыны, шулай уҡ кино йондоҙо Джада Пинкетт Смит таныша, артабан егеттең хеҙмәт емештәре “Сорвиголова” сериалында уйнаған Чарли Коксҡа тиклем барып етә.
Быларҙың барыһы ла маркетинг өлкәһендә тейешле роль уйнай – Айҙарҙың бит­лектәрен донъяның төрлө төбәктәрендә һатып ала башлайҙар. Чарли Кокстан тыш, “Аквамен”да уйнаған Джейсон Момоа, хатта бөгөн иң билдәле “Кеше-үрмәксе” Том Холланд үҙҙәре уйнаған геройҙарҙы һынландырған битлектәргә автограф яҙып ҡалдыра, улар менән фотоға төшә, ихлас һоҡланыуын йәшермәй. Был бит ҙур уңыш!
Донъяуи кимәлдә телесериалдар төшөргән режиссер Рикардо Рамирез, шәхсән үҙе Айҙар менән бәйләнешкә сығып, уртаҡ проект төҙөргә тәҡдим итә. Башҡорт егете етештергән битлектәрҙең зәңгәр экрандарҙа балҡыр көнө алда әле.
Уңышһыҙлыҡтар сәмде арттыра


Барыһы ла гел яҡшы бармай, әлбиттә. Инде эштәр көйләнде тигәндә лә ҡайһы ваҡыт түбән тәгәрәүҙәр булып ала. Мәҫәлән, бер ваҡыт Рәсәй почтаһы Айҙар ебәргән бер партия битлекте юғалта, һөҙөмтәлә егеттең абруйына саҡ зыян килмәй.
– Йыл ярым буйы кеше­ләрҙән яҡшы баһа йыйҙым. “Авито” сайтында магази­ныбыҙ юйылып, барыһын да өр-яңынан башларға ла тура килде. 2018 йылда дүрт кешенән торған командамды төҙөнөм, улар ярты йыл дауамында түләүһеҙ ҡоро энтузиазмға эшләне. Шул уҡ йыл аҙағында Migranstudio исеме менән яңынан асылдыҡ, – ти Айҙар.
Көндәлек эш барышында ла йыш ҡына ғәҙәттән тыш хәлдәр булғылай икән: йә силикондан эшләнгән формалар йыртыла, йә принтер ватыла. Әммә, егеттең һүҙҙәре буйынса, улар инде өйрәнеп бөткән, уңайлы эш өсөн ҙурыраҡ студия һәм фекерҙәш булған һәйбәт команда ағзаларын тупларға кәрәк.


Хыялдары хыял ғына түгел...


Айҙар Миһранов һәм уның бөтә донъя буйлап заказдар ҡабул иткән Migranstudio проекты бер урында туҡтап ҡал­ғандарҙан түгел. Киләсәктә егет битлектәре менән берлектә сит ил киноларын төшөрөүҙә үҙе лә ҡатнашҡыһы килә, Disney компанияһы ла үҙен ылыҡтыра.
Быларҙан тыш, Айҙарҙың үҙенең дә режиссер булыу те­ләге бар. Ысын һөнәр эйә­ләре менән аралашыу яңы үрҙәргә илһамландыра, ә бөгөн егет студияһы менән шәхсән үҙ образдарын ижад итеү эшенә тотонған. “Беҙ бит­лектәр эш­ләп кенә ҡалмайбыҙ. Нимә килеп сығыр – ваҡыт күрһәтер”, – ти Айҙар һәм уңыш сере менән дә уртаҡ­лаша: хыялыңа ышанып, уны бойомға ашырыр өсөн ныҡыш булырға, теләгеңдән, һайлаған юлыңдан тайпылмаҫҡа кәрәк икән.
“Башҡортостаныбыҙ һәм Рәсәй йәштәрен бөтә өлкәләрҙә лә алдынғы итеү – маҡ­са­ты­быҙ, ә битлектәр – күңелебеҙгә ятҡан һәм башҡаларҙы ла бәхетле иткән шөғөлөбөҙ”, – тип һүҙен тамамланы тырыш башҡорт егете.
Ҡарап тороуға иҫ киткес ябай, тыйнаҡ милләттәшебеҙ өсөн ысын күңелдән ҡыуанмау мөмкин түгел. Афарин!
Читайте нас