Ҙур булмаған башҡорт ауылынан йыраҡ түгел бөйөк Шихан тауының итәгендә, сигенеп барған төндөң үтә күренмәле томаны араһында, елдең саҡ-саҡ һиҙелерлек итеп йәшел үләндең һелкетеүен күҙәтеп, уйҙарға бирелеп бер кеше ултырған. Ә офоҡта, тоташ стена булып, уйға батып, меңйыллыҡ мөһабәт имәндәр торған. Улар барыһы ла әлегә ҡаты йоҡо менән солғап алынған булған.
Шул саҡ тирә-яҡта тоноҡ шаңдау менән көслө, һуғышсан тауыш яңғыраны. Көтмәгәндә ғорур бөркөттөң ҡара һыны таң алдынан күктә пәйҙә булды. Күҙ асып йомғансы ул, ҡанаттарын йәйеп, таш кеүек түбәнгә атылды һәм тауыш-тынһыҙ ағастарҙың ҡара-йәшел япраҡтары араһында сумды. Йәнә тирә-яҡта һаман да йоҡлаған тәбиғәттең тынлығы хөкөм һөрҙө.
Яй ғына, һиҙелмәҫлек итеп, ергә алһыу таң ятты. Бына-бына алһыуланып ҡояш ҡалҡырға тейеш ине. Көнсығыштағы яҡтылыҡ таптары ҙурайғандан-ҙурая барҙы, иртәнге һалҡын ергә һибелде. Тәбиғәт, ниндәйҙер мөғжизә көтөп, тынып ҡалды.
Ниһайәт, офоҡта күҙ сағылдырғыс ҡояш күренә башланы. Ул яйлап күтәрелгәс, тәүге ҡыйыуһыҙ сырҡылдау һәм үлән араһында нимәнеңдер ҡыштырҙауы ишетелде. Ҡояш, тирә-яҡҡа нурҙарын сәсә-сәсә, юғары күтәрелгәндән-күтәрелә барҙы. Тиҙҙән, ерҙән айырылғандай, иртәнге зәңгәр күктә йөҙҙө. Яңы көн тыуҙы.
...Кеше, ошо матурлыҡты өркөтөүҙән ҡурҡып, ҡымшанмай ҙа ултырҙы. Һүҙҙәр менән генә ул тыуған яғының тәбиғәтенең барлыҡ матурлығын һөйләй ҙә, үҙенең сикһеҙ һөйөүен ошо ғәжәп ерҙәргә еткерә лә алманы. Шуға ла ул тотто ла йырлай башланы. Уның сихри һәм иҫ китерлек, шул уҡ ваҡытта яҡын һәм таныш моңо башта талғын, ҡыйыуһыҙ ғына, ә тора-бара көслө һәм ышаныслы итеп ағылды. Ыңғай ел менән күтәреп алынып, ул моң бар республикаға бөйөк Ағиҙел йылғаһылай тыуған яҡтың һәр мөйөшөнә һуғылып, хатта алыҫ ерҙәренә лә үтеп инеп, юлда осраған һәр кешене ышаныс, өмөт, һөйөү менән солғап алды. Билдәһеҙ, күпме йөрөгәндер был моң ауылдар, ҡалалар буйлап, әммә уға һалынған яҡты хистәр бер ҡасан да юғалманы ла, онотолманы ла!