Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2020, 12:29

“Ғәлиә киленгә рәхмәт!”

Ауылдаштарын дарыу менән дә, һүҙ менән дә дауалай.

Тыуған төйәгем Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы ҡарт-ҡороһоноң хәл-әхүәле, һаулығы менән ҡыҙыҡһынһаң: “Аллаға шөкөр, фельдшерыбыҙ Ғәлиә киленгә рәхмәт, дарыу менән дә, һүҙ ярҙамында ла, хәстәрлеге һөҙөмтәһендә лә ауырыу-ауыртыуҙы ҡыуа, беҙҙе һәйбәт дауалай”, – тип яуаплайҙар. Шәреҡтең бөйөк табибы Әбүғалисина уға килгән һәр ауырыуға ла ошо һүҙҙәрҙе әйтер булған: “Бына – һин һәм һинең сырхауың, бына – мин. Әгәр беҙ икебеҙ бер яҡлы булһаҡ, һис шикһеҙ, еңәсәкбеҙ”.


Эшһеҙлек ҡаҡшатҡан бөгөнгө ауыл шарттарында көндәлек йәшәйешкә ҡот өргән мәктәп һәм ФАП-тарҙың тотҡан урыны ифрат юғары. Бөтә уңайлыҡтары булған йөҙҙән ашыу яңы, иркен йорттан торған Илкәнәйҙә ауыл биләмәһе хакимиәте, дүрт ауыл балалары уҡыған урта мәктәп, балалар баҡсаһы урын­лашҡан. ФАП бөгөнгө талаптарға ярашлы уңышлы эшләй, ярҙам өмөт итеп килгән һәр кешене хеҙмәтләндерә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында махсус проект буйынса ФАП төҙөлөп, участка табибы, шәфҡәт туташы, ярты ставкала теш табибы ҡабул итә, еңел автомобиль бирелә. Әммә һаулыҡ һаҡлау системаһын ҡаҡшатҡан ҡулайлаш­тырыу осоронда Илкәнәйҙә тик бер фельдшер ғына ҡалдырыла. Иң аянысы – Бәләкәй Илкәнәй, Йомағужа ауылдары ФАП-тары, фельдшер юҡлыҡҡа һыл­танып, ябыла. Әйткәндәй, Йомағужаға белгес талап ителә.
Илкәнәйҙәрҙең бәхетенә 1990 йылда Йомағужа ауылы һылыуы Ғәлиә Абдрахманова, Салауат медицина учили­щеһын тамамлап, шәфҡәт туташы һөнәрен алып, тыуған ауылында эш башлай. Ә инде 1991 йылдан Илкәнәйҙең уңған, сәмле, оҫта ҡуллы егете Рөстәм Вәхитов менән мөхәббәтле ғаилә ҡороп, ошо ауылда яңы йорт күтәреп йәшәй башлайҙар.
Ауыл фельдшеры, эшен яратып, көнөн дә, төнөн дә ярҙамға мохтаждарға ашыға. Уны, һәр ауырыуҙы яҡын, үҙ итеп күргән белгесте, һуғыш яланында алғы һыҙыҡта алышҡан һалдат менән сағыштырырға мөмкин. Ошо шарттарҙа ғаиләңдең ныҡлығы, тормош иптәшең­дең ышаныслы таяныс булыуы хәл иткес урын тота. Ауылдың абруйлы, уңған, тәрән тамырлы Вә­хитовтар нәҫеленән булған Рөстәм – өс балаға хәстәрлекле атай, етеш йәшәгән фермер булып таныла, бөгөн иһә Илкәнәй ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын атҡара. Улдары Зөфәр – Башҡорт дәүләт педагогия университетын, ҡыҙҙары Лилиә Башҡорт­остан дәүләт аграр университетын тамамлап, ғаилә ҡороп, үҙҙәре бала тәрбиәләһә, кескәйҙәре Гөлнәзирә ауыл мәктәбенең VIII класында яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, алдынғы уҡыусылар рәтендә йөрөй.
Әйткәндәй, былтыр Илкәнәй ауыл биләмәһе, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл зыяратын матурлап кәртәләй, быйылғы йыйылышта трактор һатып алырға ҡарар итәләр. Материалды һаҡсыл тотоноп, ФАП-тың ағас ҡоймаһын тимер рәшәткәләргә менән алмаштырҙылар. Йәй етеүгә Ғәлиә Раил ҡыҙының тырышлығы, оҫталығы менән яңыртылған ихата күҙҙең яуын алырҙай хуш еҫле сәскәләргә күмеләсәк.
Шәфҡәт туташы танытмаһы бөгөнгө һаулыҡ һаҡлау системаһы талаптарына яуап бирмәгәс, Ғәлиә Вәхитова баш ҡалала фельдшерлыҡ курсын тамамлап, хәҙер өс ауылды хеҙмәтләндергән “мобиль фельдшер” вазифаһын атҡара. Тимәк, көн һайын дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй Илкәнәйҙә, ете саҡрым алыҫлыҡтағы Йомағужала булып, эш көнөн Илкәнәйҙә тамамларға тура килә.
“Фельдшер” тигән һүҙҙең асылын хәҙерге заман медицинаһы “ауыл халҡының һаулығын һаҡлау” тип аңлата. Утыҙ йыл инде, ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, буранда аҙашып, ҡойма ямғырҙа һыуға батып, өйҙән-өйгә халыҡтың һаулығын һәм күңелен дауалап йәшәй ауыл фельдшеры Ғәлиә Вәхитова. Уны ололап “беҙҙең табип” тип юҡҡа ғына хөрмәтләмәйҙәр.


– Һуңғы ике-өс йылда беҙҙең эшкә мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Ауылдан-ауылға йөрөү өсөн махсус транспорт бүленде, ЭКГ аппараты менән тәьмин иттеләр, рецепт яҙа, “больничный” ҡағыҙы бирә алабыҙ, ауылға райондан мобиль ФАП, флюорография машиналары килә. Һәр ауырыу иҫәптә, дауаханала “60 плюс” программаһы эшләй. Махсус терапевт, педиатр бригадалары килеп, халыҡты ҡабул итә, тикшереүҙәр үткәрә, – ти ул.
Өлкән фельдшер Ольга Геннадьевна һәр һорауҙы ентекләп тикшерә, ярҙам итә, телефон аша консультациялар уҙғарабыҙ. “Ашығыс ярҙам”, социаль такси тотороҡло эшләй. Ауырыуҙың бер генә аһ-зары ла яуапһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалмай, уларҙы телефон аша белгестәргә яҙабыҙ. Иң ҙур ҡыуаныстарҙың береһе – ауыл халҡы, айырыуса йәштәр эскелек ише афәттән арына башланы.
Ауыл ФАП-тарына белгестәр етеш­мәүе – бик аяныслы күренеш, сөнки нәҡ улар милләт һаулығын һаҡлауҙа хәл иткес урын тота. “Йәштәрҙе ошо һөнәргә уҡырға саҡырыр инем. Һуңғы ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәренә, эшебеҙгә ҡараш бөтөнләй ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Шарттар еңеләйә, хеҙмәт хаҡы күтәрелә. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, бәхетле һәм файҙалы, мәғәнәле итеп йәшәргә була. Тик ауылды һәм һайлаған һөнәреңде яратырға ғына кәрәк”, – тине тәжрибәле хеҙмәткәр.
Кәбәндең матурлығы уны ослағас ҡына күренгәндәй, кеше ғүмеренең дә күркәмлеге, хаҡы һәм мәғәнәһе күпмелер ваҡыт үткәс кенә аңлашыла һәм хаҡлы баһалана. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Көйөргәҙе районы
Читайте нас: