Былтыр декабрҙә республиканың бер төркөм әсәләренә юғары награда – “Әсәлек даны” миҙалын тапшырғайнылар. Уңған һәм булдыҡлы гүзәл заттар араһында минең танышым, Сибай ҡалаһынан килгән Әлиә Шәрипова-Ғарифуллина ла бар ине.
Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән һылыу ҡатындың башҡалар араһында сағыулығы, мөләйемлеге һәм, диндар кешеләргә хас булғанса, бик ипле, килешле итеп кейенгәнлеге менән бер аҙ айырылып торғанын билдәләмәйенсә мөмкин түгел. “Һис үҙгәрмәгән, элеккесә көләкәс, яғымлы”, – юғары награда алыусылар араһында күргәс, тәүге уйым ошо булды.
Юлдарыбыҙ күптән төрлө тарафтарға илтһә лә, таныштар аша хәл-әхүәлебеҙҙе ишетеп-белеп торабыҙ. Әлиәнең Сибайҙа юғары уҡыу йортон тамамлауы, кейәүгә сығыуы, бер-бер артлы биш балаға әсә булыуы хаҡында ла хәбәрҙар инем.
– Әлиә, бала саҡтағы шаян, малайҙарҙан ҡалышмаған ҡыйыу ҡыҙҙың фәҡәт уландар әсәһенә әүерелеүенә аптырамайым, тик күп балалылар рәтендә күреүем аптырата ла, һоҡландыра ла.
– Минең ике яҡтан да өләсәйҙәрем күмәк балалы булған: береһе – биш, икенсеһе һигеҙ балаға ғүмер биргән. Бала сағым үткән быуаттың 90-сы йылдарына тура килде. Еңел заман түгеллеген бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Ғаиләлә ике бала хаттин ашҡан тигән төшөнсә лә һеңдерелде. Әйткәндәй, үҙем дә ҡустым менән генә үҫтек. Әммә эргә-тирәмдә күп һанлы туғандарымдың һәр саҡ бер-береһенә ҙур терәк һәм ярҙамсы булып йәшәүе, ике туғандарым менән үткәргән күңелле, бәхетле бала сағым, күрәһең, булмышыма һеңеп ҡалғандыр. Шуға ла инанам: ғаилә ишле булһа, унда бәхет тә күберәк!
– Учалыла тыуып үҫкәнеңде беләм...
– Эйе, бәхетле бала сағым тороп ҡалған ыҡсым, күркәм, күңелемә бик яҡын ҡала ул. Автовокзал янында ғына йәшәнек, юл ыңғайы райондың төрлө яғына юлланған туған-тыумаса гел инеп сыға торғайны. Әсәйем Рәмзиә менән атайым Марат һәр саҡ алсаҡ күңелле, кешелекле булды, ишектәре лә һәр кемгә асыҡ ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым биш йыл элек был донъяны ташлап китте. Изге йөрәкле, сабыр холоҡло, кешеләргә яғымлы, мәрхәмәтле, эшһөйәр, киң күңелле кеше булды...
Әсәйем янына һәр саҡ ашҡынып ҡайтам. Серҙәшем, терәк-таянысым ул. Эргәһендә ҡустымдың ғаиләһе булыуына шатланам: яңғыҙлыҡтан да ауыр тойғо юҡ.
– Шулай ҙа Сибай – һинең яҙмышыңды хәл иткән ҡала.
– Сибай институтында белем алғанда, ғүмерлек мөхәббәтемде, ышаныслы терәгемде – Ринат Ғарифуллин исемле егетте осраттым, өсөнсө курстан һуң уға кейәүгә сыҡтым. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, йәш кенә булғанмын, ләкин тормош юлымдың ҡайһы яҡҡа йүнәләсәген аныҡ аңлап, яһаған аҙымыбыҙ өсөн оло яуаплылыҡ тойоп ҡабул ителгән ҡарар ине был.
Үкенесем юҡ: тормоштоң бар шатлыҡ-көйөнөстәрен Ринат менән бергә үттек һәм киләсәктә лә шулай булһын, Алла бирһә.
Тәүге улыбыҙ Дауыт студент саҡта уҡ, дүртенсе курста, донъяға килде. Уҡыуҙы ла, бала ҡарауҙы ла бергә алып барыу, әлбиттә, еңелдән булманы, әммә маҡсат, тырышлыҡ һәм Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте көс биргәндер.
Инглиз теле уҡытыусыһы дипломын алғандан һуң, 2003 йылдан мәктәптә белем бирәм. Эшемде һәм балаларҙы мөкиббән яратам.
– Бер-бер артлы тыуған биш улың хаҡында ла һөйләһәң ине. Ҡыҙ бала – наҙлы бала, тиҙәр, ә ир-азаматтар тәрбиәләү икеләтә яуаплы бурыс һымаҡ.
– Биш улымдың бер-бер артлы донъяға килеүе миңә ҡамасау булманы, сөнки эш менән бала тәрбиәләүҙе бергә алып барып була, тип иҫәпләйем. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ бәхете – ғаиләлә, балаларыңдың иҫән-һау булыуында, ата-әсәһен шатландырып үҫеүҙә. Аллаһ Тәғәләнең беҙгә Дауыт, Ислам, Рамаҙан, Мөхәммәт һәм Абдрахман исемле биш ул бүләк итеүенә мең рәхмәт. Улар – тормошобоҙҙоң асылы, төп мәғәнәһе.
Өлкән улыбыҙ Дауыт профессиональ футбол менән шөғөлләнә, спорт йүнәлешле 5-се Республика мәктәп-интернатында ХI класта уҡый. Ул “Өфө” футбол командаһының йәштәр төркөмөндә уйнай.
Дауыт тыуғас, уҡытыусым осрағайны. Баланың исемен һорағас: “Дауыт – Давид тигән һүҙ. Дэвид Бекхэм кеүек шәп футболсы булыр, тимәк”, – тигәйне. Юрағаны юш килде, футбол – улымдың тормош мәғәнәһе.
Дауыттың өлгөһөндә тағы ике улыбыҙ ошо спорт төрө менән мауығып китте. Улар – 2007 һәм 2011 йылғы үҫмерҙәр командалары ағзалары. Ағаларына оҡшап, профессиональ спорт юлын һайлармы – ваҡыт күрһәтер. Миңә “Өфө” футбол командаһының спортсылар үҫкән ғаиләләргә даими иғтибар күрһәтеүе, бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә хәстәрлекле булыуы бик оҡшай.
Донъя мәшәҡәттәренә килгәндә, төрлө ваҡыттар булып китә: һөйөнәбеҙ ҙә, көйөнәбеҙ ҙә тигәндәй. Әммә, һис шикһеҙ, тәрбиәүи ҡиммәттәр араһында уландарыбыҙҙың татыу, бер-береһе өсөн терәк, берҙәм булып үҫеүенә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Иманлы, тәүфиҡлы булһындар, тип теләйбеҙ.
– Ысынлап та, биш баланы үҫтереү, тәрбиәләү еңелме, тип һинән йыш һорағандарын күҙаллайым...
– Был һорауҙы йыш ишетәм. Ә нимә еңел һуң был донъяла? Аллаһ Тәғәләгә инанған кеше булараҡ, Ҡөрьәндә яҙылған изге һүҙҙәрҙе килтерәм: “Ярлылыҡтан ҡурҡып, балаларығыҙҙың ғүмерен ҡыймағыҙ. Беҙ уларға ла, һеҙгә лә ризыҡ бирербеҙ.
Балаларҙың ғүмерен ҡыйыу – иң оло гонаһ”. Ауырлыҡтар булһа ла, эргәмдә һәр һүҙемде аңлап торған ирем булғанға, ата-әсәләрҙең ярҙамын, рухи таянысын тойғанға, уларҙы йырып сығырлыҡ көс-ҡеүәт табабыҙ һәм алға барабыҙ. Иң мөһиме – һаулыҡ һәм именлек булһын. Атайымдың юҡлығын ҡайһы саҡта айырыуса тоям, уның кәңәше, йылы һүҙе, иғтибары ниндәй урынлы булыр ине, тип уйлап ҡуям.
Шуныһы үкенесле: хәҙерге заманда ғаилә ҡиммәттәре үҙгәрә, туғанлыҡ ептәре өҙөлә, кешеләр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, балалар менән артыҡ аралашмайынса йәшәүҙе хуп күрә. Хәйер, заман тиҙлеге лә юғары – эш, донъя мәшәҡәттәре, көндәлек проблемалар йырынын йырып сығыу ҙа еңел түгел. Әммә Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәренең береһендә әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә былай тигән: “Мин туғанлыҡ ептәре булдырҙым... Кем дә кем шуларҙы өҙә, мин дә улар менән бәйләнеште өҙәсәкмен...”
Өләсәй мәктәбе кеүек төшөнсәнең төҫһөҙләнеүе лә борсой мине. Быуындар бәйләнеше – ғүмерҙең дауам ителеше бит ул. Шул мөнәсәбәттәр һөҙөмтәһендә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бөгөнгә тиклем килеп еткән, һәр кешенең үҙбилдәләнеш нигеҙе бит ул. Һис шикһеҙ, ошондай бәйләнештәр ныҡ булғанда, рухи яҡтан бөтөн күңелле, маҡсатлы шәхес тәрбиәләнә, минеңсә.
Ғөмүмән, телен, илен, халҡын хөрмәт иткән нәҫел ҡалдырған, балаларына донъяуи ғына түгел, рухи ҡиммәттәрҙе лә һеңдерә алған ғаиләләр ни тиклем күберәк икән, республикабыҙҙың нигеҙе лә шул тиклем ныҡ буласаҡ.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Әлиә!