Йәмғиәт
24 Января 2020, 06:30

Туҡланыу мәсьәләһе хәл ителде

Беҙҙең балалар Бразилиянан килгән итте башҡа ашамаҫ.

Һеҙ бала­лары­ғыҙ­ҙың мәктәп ашханаһында нимә менән туҡланғанын беләһегеҙме? Аҙыҡ-түлек ҡайҙан килгән, уның сифаты ниндәй, тәмлеме?.. Был мәсьәлә әлеге ваҡытта республика етәкселегенең даими иғтибары үҙәгендә.
Бына, мәҫәлән, Кушнаренко районы уҡыусылары мәктәп ашханаһында Бразилиянан килтерелгән ит ашай икән. Был турала аҙна башында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр.
– Беҙ республика мәктәп­тәренә балаларҙы туҡлан­дырыу өсөн килгән аҙыҡ-түлекте тикшерҙек. Ниндәй өлөшө Баш­ҡортостандан һәм ниндәйе Рәсәйҙән икәнлеген ҡараныҡ. Ике район мине аптыратты. Өфө һәм Кушнаренко мәктәптәре ашханаларында бөтөнләй Баш­ҡортостан тауарҙары ҡулланыл­май, – тине Радий Хәбиров.
Ул ғына түгел, Кушнаренко районындағы итте тикшереп, ғәжәп хәлгә тарығандар. Баҡһаң, бында һыйыр ите әллә ҡайҙағы Бразилиянан килгән. Уны беҙгә Мәскәү өлкәһенең Люберцы районынан ебәрәләр. Республика етәксеһе иттең составын уҡып ишеттерҙе, унда коллаген аҡһымы һәм туңды­рылған һөйәкһеҙ һыйыр ите бар.
– Ошондай итте беҙҙең балаларға ашаталар. Мин был турала күпме тапҡыр ҡабат­ларға тейеш? Контроль идаралығы тағы бер тапҡыр тикшерһен, – тине Радий Фәрит улы. – Өфө районына шулай уҡ иғтибар итегеҙ. Мәктәптә туҡланыуҙы даими тикшереп торасаҡбыҙ. Был өлкәлә тәртип булырға тейеш.
Шуныһын билдәләп үтәйек: 2017 йылда “Россельхознадзор” Бразилиянан килтерелгән иттә ҡулланырға рөхсәт ител­мәгән үҫеш стимуляторҙары (рактопамин тигән мал аҙығы өҫтәмәһендә) барлығын асыҡ­лаған. Ошо сәбәпле Рәсәйгә Бразилиянан һыйыр һәм сусҡа ите индереү тыйылғайны. Бер йыл үткәс, ведомство был тыйыуҙы тик туғыҙ Бразилия пред­приятиеһынан ғына алды.
Дүшәмбе иртәнге кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәлә төш етеүгә хәл ителде лә. Кушнаренко районы хакимиәте баш­лығы Руслан Ғиззәтуллин бел­дереүенсә, сифатһыҙ ит башҡаса мәктәп ашханаларында юҡ.
– Былтыр декабрҙә республика Башлығы ҡарама­ғын­дағы Контроль идаралығынан аутсорсер “ТК Закрома” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте килтергән иттең сифатһыҙ булыуы тураһында мәғлүмәт алыу менән район хакимиәте тиҙ арала итте алмаштырыу тураһында хат яҙҙы һәм уны мәктәптә ашханала ҡулланыу­ҙы тыйырға ҡушты. “Меркурий” дәүләт системаһы мәғлү­мәттәре буйынса, ит Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Беҙ аутсорсерҙы алмаштырыу өсөн респуб­ли­каның социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы менән кәңәшмә үткәрҙек, – тине Руслан Ғиззәтуллин.
Хакимиәт башлығы белде­реүенсә, улар итте тикшереү вәкәләттәре булған “Роспотребнадзор” менән хеҙмәттәшлекте нығытырға йыйына.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығының белем биреү учреждениеларын республикала етештерелгән ит менән тәьмин итергә тигән йөкләмәһен үтәү маҡсатында районда ике мал һуйыу пункты булдырыласаҡ. Уларҙан мәктәп ашханаларына фермер ите килтереләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй үк Радий Хәбиров мәктәп ашханаларына ит республиканың ауыл хужа­лығы етештереү­селәренән алынырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайны.
Читайте нас