Мәсетле районында сусҡаларҙың африка тағуны - айырыуса хәүефле сир сығанағы арҡаһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса команда-штаб күнекмәһе үтте.
Күнекмәлә Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, начальник урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡатнашты. Бынан тыш республиканың 13 районы, шулай уҡ Силәбе, Свердловск өлкәләре хакимиәттәре вәкилдәре, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, район-ара һәм ҡала ветеринария станциялары начальниктары, белгестәре йыйылды.
Уҡыуҙар дүрт этапҡа бүлеп үткәрелде. Беренсе этапта Ветеринария идаралығының йыйылма эпизоотияға ҡаршы отрядын һәм Мәсетле районының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһын иҫкәртеү һәм йыйыу ойошторолдо.
Икенсе этап –республика Ветеринария идаралығының йыйылма эпизоотияға ҡаршы отряды, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм юҡ итеү системаһының муниципаль звеноһы көстәренең ғәҙәттән тыш хәлде юҡ итеү буйынса сараларға әҙерлеген ҡарау һәм тикшереү.
Өсөнсө этапта ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен кәметеү буйынса саралар күреү менән бәйле кәңәшмә уҙғарылды.
Азат Йыһаншин белдереүенсә, уҡыу күнекмәләренең маҡсаты – малдарҙың айырыуса хәүефле сирҙәренең ҡапыл күбәйеп китеүе арҡаһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгән осраҡта урындағы үҙидара етәкселегенең, ветеринария, янғынға ҡаршы, коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итергә өйрәнеүе. Был сусҡаларҙың африка тағуны сиренә генә ҡағылмай.
– Биләмәләребеҙҙең именлеге, үҫешеүе, райондың ғына түгел, ә төбәктең һәм тотош илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тулыһынса ошоға бәйләнгән, – тине ул.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында эпизоотик хәл торошо, айырыуса хәүефле сир сығанағы барлыҡҡа килгән осраҡта кәрәкле норматив документтар төҙөү, Мәсетле районы биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү өсөн көстәр һәм саралар әҙерлеге темаларына ҡағылды сарала ҡатнашыусылар.
Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең ветеринария станциялары етәкселәре хайуандар сирҙәре менән көрәшеү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашып, артабанғы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән.