Йәмғиәт
23 Января 2020, 19:05

Вәсилә Фәттәхова тураһында китап сыҡты

Иҫтәлектәр генә ҡалды инде...

Белеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова 2016 йылдың 26 ғинуарында, бәпәй тапҡандан һуң өҙлөгөп, вафат булды.
Яратҡан йырсыбыҙға ни бары 36 йәш ине.

Журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ханис Хажимов мәрхүмәнең тормош юлы һәм ижади мираҫы тураһында “Вәсилә Фәттәхова” тип аталған китап баҫтырған. Унда йырсының туғандары, яҡындары, коллегаларының иҫтәлектәре тупланған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас