Йәмғиәт
25 Ғинуар 2020, 06:15

"Ете тоҡ емтек сығарып түктек"

Билдәһеҙ хайуан бер төн эсендә ханымдың йөҙгә яҡын йорт ҡуянын, егерменән ашыу ҡош-ҡортон быуған.

Авдон ауылында йәшәгән бер ҡатын төндә һарайында булған ҡот осҡос хәл тураһында социаль селтәрҙәр аша хәбәр иткән.
Бер төндә ханымдың 100-гә яҡын йорт ҡуянын, 20-нән ашыу ҡош-ҡортон билдәһеҙ хайуан быуған. Хужабикә, берәҙәк эттәр, тип фаразлай.

"Улар кәртәнең тимер селтәрен емереп инеп, тәҙрәләрҙе ватып, ҡуяндарҙы, тауыҡтарҙы быуған. Һарайҙан ете тоҡ емтек сығарып түктек, - тип яҙа ҡатын. - Кәйеф ҡырылды, бар хеҙмәтем юҡҡа сыҡты. Зыянды ҡаплатыу тураһында һүҙ йөрөтәһе лә түгел. Енәйәтселәр тотолмаған, эт хужаларын билдәләп булмай. Авдонда берәҙәк эттәр күп. Бәлки, был уларҙың эше лә түгелдер, чупакабралыр, ҡайҙан беләһең?”

Әлеге хәлдән һуң зыян күргән ҡатын Авдон ауылы хакимиәтенә хужаһыҙ эттәрҙе атыу йәки аулау үтенесе менән мөрәжәғәт итеп ғариза ҡалдырған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас