

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" форумы асылды.
Төрлө йәштәге, төрлө өлкәлә эшләгән, төрлө ауылда йәшәгән гүзәл зат вәкилдәрен туплаған сара Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә үтә. Унда бер нисә майҙансыҡ булдырылған.
Гүзәл зат һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылып йәшәй. Әле лә кемдер прическа эшләтһә, икенселәр макияж яһау серҙәре менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмзиә Бәхтиева районда билдәле матурлыҡ салоны етәксеһе Дилбәр Биктимерованан прическа яһатыу бәхетенә өлгәште.
“Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсә булараҡ, һәр саҡ матурлыҡты яраттым, зауыҡлы йәшәргә тырышам. Өлкән ҡыҙым республика кимәлендәге "Һылыуҡай" конкурстарының береһендә гран-при яуланы. Ике балам да сәнғәт өлкәһендә эшләй. Уларҙың әсәһе булараҡ, үҙем һәр ваҡыт өлгө булырға тейешмен тигән фекерҙәмен”, – ти Рәмзиә Бәхтиева.
Матурлыҡ биләмәһенән һәр ҡатын-ҡыҙ тағы ла һөйкөмлөрәк, зауыҡлыраҡ, сибәрерәк, нәзәкәтлерәк булып сыҡты. Матурлыҡ бар ерҙә бәхеттең дә йәнәш йөрөүен иҫәпкә алғанда, Баймаҡтың гүзәл заттары ғәйәт бәхетле лә бөгөн.
Автор фотолары.