Йәмғиәт
25 Января 2020, 09:20

Ҡорал ниңә кәрәк булған?

Белорет районы кешеһе Калашников автоматы һәм боеприпастар һатып алырға йыйынып...

Белорет районында полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә ҡорал һатып алырға йыйынған гражданды ҡулға алған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек Белорет районы кешеһе 35 мең һумға Калашников автоматын һәм боеприпастар һатып алырға ниәтләй. Артып ҡалған аҡсаға ТТ маркалы пистолетлы булырға ла ҡарар итә. Алыш-биреш трассала аралашсы аша башҡарыла.
Ҡоралдың уға ниндәй маҡсатта кәрәк булғанлығы билдәһеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының тиҙ һәм һөҙөмтәле эш итеүе генә фажиғәне иҫкәртеп, кемдәрҙеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалды, сөнки был әҙәм әлегә тиклем дә бүтәндәргә тән йәрәхәттәре һалған, уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған.
Тикшереү эштәре бара. Экспертиза һөҙөмтәһе ҡоралдың хәрби булыуын асыҡлай. “Законһыҙ рәүештә ҡорал, уның өлөштәрен, боеприпастар һатып алыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Фото: UFA1.RU
Читайте нас