Йәмғиәт
25 Января 2020, 09:32

Юнир Салауатов байығыу ысулын тапҡан

"Ашағандан һуң тәрилкәне ялтыратып ялап ҡуябыҙ. Ни өсөн тиһеңме?.."

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Салауатов, һәр ваҡыттағыса, бик ҡабаланып килеп инде.
"Һеңлекәш, йәһәт бул, аҫта еңгәң көтөп ултыра. Яҙ! Тиҙ генә һөйләйем дә", – тип теҙеп китте был.

– Пенсия тураһында күп һөйләйҙәр, ярлылыҡ бер ваҡытта ла бөтмәй ул. Байҙар ҙа, ярлылар ҙа булырға тейеш. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, кеше ярлы булып иҫәпләнһә лә, социаль яҡтан бик етеш йәшәй ала.

Мәҫәлән, һуғыштан һуң, беҙҙең бала саҡта, шул тиклем ярлы йәшәгәнбеҙ, әммә быны белмәгәнбеҙ. Әлбиттә, белмәү – наҙанлыҡ сағылышы. Ошо мәғлүмәтле булмауыбыҙ сәбәпле, ҡарға балаһы кеүек ауыҙ асып, бер нәмә лә һорамағанбыҙ. Ғорур йәшәгәнбеҙ.

Булғанын бик сарыф итмәй, аңлы ғына тотонһаң, хәҙер бынамын итеп йәшәп була. Мәҫәлән, душты асып йыуынһаң, һыу күп китә, ә беҙ ҡатыным менән отошло ысул ҡулланабыҙ: ул йыуынғанда мин ҡомғандан һыу ҡойоп торам, мин йыуынғанда – ул. Шулай итеп, ауыл мунсаһындағы кеүек һыу бик әҙ китә. Әйткәндәй, ошо хәлде күршегә һөйләнем, хәҙер улар миңә рәхмәт әйтә. Һауыт-һаба йыуғанда ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Ашағандан һуң тәрилкәне ялтыратып ялап ҡуябыҙ, шуға ла уны йыуыуға һыу әҙ китә, – тип кәңәштәре менән уртаҡлашты Юнир ағайыбыҙ.

Белеүебеҙсә, етенса тиҫтәне ҡыуған артист үҙе пенсия иҫәбенә генә йәшәмәй, оҙаҡ йылдар урам йыйыштырыусы булып бил бөгә. Тик ул бер ҙә зарланмай: "Эшемдән дә, хеҙмәтем өсөн түләгән хаҡтан да ҡәнәғәтмен", – ти.

Фото: “МедияКорСеть”.
Читайте нас