«Эй, минән булмай инде», «Беҙ шундай инде», «Мин инде ҡарт»... Үҙен шундай һүҙҙәр менән кәмһеткән кешеләрҙе йыш осратырға тура килә.
Ә был тормошта бик зарарлы. Психологтар әйтеүенсә, беҙҙең төп проблемабыҙ – ғүмер буйы кеше ҡуйған баһа менән йәшәйбеҙ. Кескәй ваҡытта атай-әсәйҙән, күрше-тирәнән үҙеңә ҡарата тиҫкәре һүҙ ишетһәң, ғүмер буйы шунан сыға алмайһың. Мәҫәлән, йыбытҡы, эшкинмәгән, мәмәй... Был һүҙҙәр мейеңә инеп нығына ла һинең барлыҡ тормошоңа кәртә булып тора. Ирекһеҙҙән “Минән булмай”, “Мин шундай инде” тип йәшәй башлайһың. Һәм, ҡыҙғаныс, был яңылыш баһа, һүҙ йыш ҡабатланғас, ысынға әйләнә. Һөҙөмтәлә күптәр, хыялдарын тормошҡа ашыра алмайынса, үкенеп йәшәй.
Кеше өсөн иң зарарлы фекер - “Тормошомда бер ни үҙгәртә алмайым” тип уйлау һәм шуға көндән-көн нығыраҡ ышаныу. Ә үҙгәрергә, ниндәйҙер хәл иткес аҙым яһарға бер ҡасан да һуң түгел, ти психологтар. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы кәмһетеп йәшәмәйек.