“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” скверы өр-яңы төҫ ала бара.
Былтыр унда велосипед менән һәм йәйәү йөрөү юлдары, универсаль спорт майҙансығы булдырылғайны. Бында ҡышҡыһын – хоккей, ә йәйге осорҙа баскетбол, мини-футбол уйнарға мөмкин. Паркка яңы эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйылды, Workout, скейтпарк һәм балалар өсөн “Автоҡаласыҡ" барлыҡҡа килде. Бында бәләкәстәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнә ала. Шулай уҡ концерт зонаһы, сәхнә эшләнде.
Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл да “Тулҡын”ды төҙөкләндереү дауам итәсәк. Иң тәүҙә бындағы күл таҙартыласаҡ, йәйәүлеләр өсөн күпер, күл тирәләй юлдар, терраса барлыҡҡа киләсәк. Йәйге мәлдә асыҡ һауала кафе эшләйәсәк.
Паркта эштәр тамамланыуға эргә-тирәне төҙөкләндерә башлау ҡаралған. Әле үк Затон биҫтәһендә һәм ҡаланың был өлөшөндәге ҡасабаларҙа йәшәүселәр парктың күҙгә күренеп матурайыуын, уңайлыраҡ була барыуын билдәләй.
Фото: Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте.