Йәмғиәт
25 Января 2020, 20:35

Ҡыҙҙарҙың әсәйһеҙ ҡалыуы ихтимал...

“Хәлем булманы, ирем өйҙә күтәреп йөрөттө. Дауанан баш тартыу уйы ла булды".

Өфө ҡыҙы Регина Башкирцева онкологиянан яфалана, уға һөт биҙе яман шеше диагнозы ҡуйылған.
Ҡатындың ғүмере көтмәгәндә өҙөлөүе ихтимал, ул саҡта өс һәм ун йәшлек ҡыҙҙары етем ҡаласаҡ. Израилдә дауаланыу мөмкинлеге ғаиләне өмөтләндерә, тик ул илдә медицина хеҙмәте бик ҡиммәт. Ике сабый үҫкән йәш ғаиләлә бындай ҙур аҡса, әлбиттә, юҡ.
Үҙенең ауырыу тарихы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгән Регинаны тыңлайыҡ.
"Сирем тураһында тәүге хәбәр 2017 йылда килде. Ул саҡта мин декрет ялында инем. Күкрәктәге шеш бәләкәй ине, тик дүрт айҙан һуң күҙгә күренеп ҙурайҙы. Табиптар аныҡ диагноз ҡуя алмай ваҡытты һуҙҙы. Бары 2018 йылда ғына онкология икәнен асыҡланылар. Был ваҡытҡа метастазалар таралғайны инде", - тип һөйләгән ул Ufa1.ru порталы хәбәрсеһенә.
Шунан алып сир менән көрәш дауам итә. Ҡатын яҡындарын борсомаҫ өсөн тәүҙә уларға белдермәй, һигеҙ химия терапияһын ныҡлыҡ менән кисерә. “Хәлем булманы, ирем өйҙә күтәреп йөрөттө. Дауанан баш тартыу уйы ла булды. Галлюцинация, уҡшыу, химияның зарары – барыһын да кисерҙем. Бер йыл балаларҙы күрмәнем, хәҙер уларҙың бөтөнләй әсәйһеҙ ҡалыуы мөмкин", - тип ҡайғыра Регина.
Дауаланыуҙың файҙаһы була, сир бер ни тиклем ваҡытҡа сигенә, тик яңы йылда ул тағы баш ҡалҡыта. Ауырыу органдарға тарала, һөйәккә күсеүе ихтимал. Рәсәйҙә дауаланыуҙың ауыр булыуын, процедураларға яҙылыу өсөн ваҡыттың һуҙылыуын да йәшермәй иҫ киткес ауырлыҡтарҙы башынан үткәргән ҡатын. Ғаиләһе менән кәңәшләшеп, Регина артабан дауаланыуҙы Израилдә үтергә, иммунотерапияны ҡулланырға теләй, сөнки бында табиптар уға элекке алымдарҙы тәҡдим итә, был, ҡатындың әйтеүенсә, уға ярҙам итмәй.
Ғаилә төрлө әйберҙәрен, шул иҫәптән машиналарын һатҡан, туғандары аҡса йыйған, әммә күпме аҡса кәрәклеге әлегә билдәле түгел. Кисә Башкирцевтар Израиль клиникаһына юл тотто, ире ҡатынды оҙата бара, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә кисермәкселәр. Ғаиләгә уңыштар, сабырлыҡ юлдаш булһын.
Фото шәхси архивтан.
Читайте нас