Бөгөн таң менән Учалы үҙәк дауаханаһының “ашығыс ярҙам” станцияһына Абҙаҡ ауылынан бер ҡатын шылтыратып, иренең ауыр хәлдә булыуын хәбәр итә, медицина ярҙамы һорай.
“Ашығыс ярҙам” бригадаһы саҡырыу адресы буйынса килеп еткәндә, ир ҙә, ҡатын да иҫерек була, үҙҙәрен тәртипһеҙ тота. Ҡатын ултырғыс менән фельдшерҙың арҡаһына елгәрә, медикаменттар һалынған сумкаһын тартып ала, урамға сығып, “ашығыс ярҙам” автомобиле кузовын ултырғыс менән дөмбәҫләй, “ауырыу” ир ҙә ҡырағай ҡылығын күрһәтә. Автомобиль водителенә генә “өлөш” эләкмәй.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары йәмһеҙ ваҡиғаның сәбәптәрен тикшерә.
Әйткәндәй, былтыр июнь айында Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан медицина хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткән өсөн яуапҡа тарттырыу тураһында закон проекты ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, хеҙмәт бурыстарын үтәгән саҡта медицина хеҙмәткәренең һаулығына еңел зыян килтерелһә, ғәйепләнеүсенең - ике йылға, үлем менән янаһа йәки ауыр зыян килтерһә, биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.