Диетологтарҙың күпселеге һалҡын ризыҡтың ашҡаҙанда тиҙерәк эшкәртелеүен билдәләй. Әйтеүҙәренсә, был - уның өҫтөнлөгө.
Ләкин шуныһы бар: ризыҡ тиҙ арала эшкәртелгәс, бер аҙҙан тағы ла ашағы килә. Һалҡын аш менән сауҙа итеүселәргә бынан файҙа ғына, әлбиттә, сөнки күптән түгел тамаҡ туйҙырған клиенты яңынан әйләнеп киләсәк.
Ҡайнар аштың организмға йоғонтоһо тураһында һөйләгәндә, был өлкәлә һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә туҡталайыҡ. Температураһы юғары булған ризыҡтың аш эшкәртеү трактына етди зыян килтереүе ихтимал. Ҡайнар аш ауыҙ ҡыуышлығын бешереп, яман шешкә лә илтә.
Ошоларҙан сығып, ҡулланылған ризыҡтың йылылығы 40 градустан артмаһын, тигән талап ҡуя диетология белгестәре.