Үткән йылға йомғаҡ яһай, киләһенә бурыстар билдәләй торған изге йолаға быйыл да хыянат итмәне хәйбуллалар. Район мәҙәниәт йортонда Театр йылын ябыу һәм Рәсәйҙә - Хәтер һәм Дан, Башҡортостанда - Зауыҡлы биләмәләр йылын асыу тантанаһы үтте.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен сәләмләп, үткән йылдың сағыу ваҡиғаларға, матур осрашыуҙарға, бай һәм йөкмәткеле мәҙәни сараларға бай булыуын билдәләп үтте. Театр йылы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт һәм клубтары араһында үткән “Театр рампа”һы конкурсында ғына 27 театр коллективы ҡатнашып, унда 300-ҙән ашыу ауыл артистары ҡатнашҡан. Райондың предприятие-учреждениелары араһындағы “Төп приз” шоу-конкурсында ла ҡатнашыусылар күп булған.
Рөстәм Динислам улы Театр йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, ағымдағы йылға яңы пландары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ сарала ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары, һәүәҫкәр артистар бүләкләнде. Кисә аҙағында театр коллективтары үҙҙәре сәхнәләштергән спектаклдән өҙөктәр ҡуйҙы.
Әбүбәкер күп функциялы клубтың “Йәйғор” театр коллективына гран-при тапшырылды. Етәксеһе- Лариса Бигушова.
Фото: Район мәҙәниәт бүлеге сайтынан.