Йәмғиәт
28 Января 2020, 10:16

Ижад кешеһенә йәш өсөн сиктәр юҡ

Тыуған яғыма ҡайтып әйләнгән һайын, уны үҙемсә яңынан асам, тигәйне иптәшем. Ә бына Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, ҡылҡәләм оҫтаһы Федор Кащеев белдереүенсә, өлкәнәйгән һайын тыуған төйәк магниттай үҙенә тарта, ә инде унан алған тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Айырыуса ижад кешеһе тыуып үҫкән яҡтарынан илһам, көс ала.

Тыуған яғыма ҡайтып әйләнгән һайын, уны үҙемсә яңынан асам, тигәйне иптәшем. Ә бына Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, ҡылҡәләм оҫтаһы Федор Кащеев белдереүенсә, өлкәнәйгән һайын тыуған төйәк магниттай үҙенә тарта, ә инде унан алған тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Айырыуса ижад кешеһе тыуып үҫкән яҡтарынан илһам, көс ала.


Кем тураһында һүҙ барғанын аңла­ғанһығыҙҙыр. Бөйөк рәссам Федор Александровичтың исеме рес­публи­кабыҙҙа ғына түгел, тотош илебеҙҙә лә яҡшы таныш, хатта унан ситтә. Яҡташыбыҙҙы күптәр башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ та белә. Ошо көндәрҙә танылған ижадсы 85 йәшлек юбилейын билдәләне.
Күркәм юбилейы көндәрендә уның юлы ҡанат нығытҡан Асҡын районына төштө. Федор Кащеев район тураһын­да күберәк мәғлүмәт алыу һәм халыҡ янында булыу маҡсатында Асҡын тарафтарында күп йөрөнө, бер нисә урында осрашыуҙар ойошторҙо.
– Ижад кешеһенә йәш өсөн сиктәр юҡтыр, – тип һөйләй әңгә­мәсем. – Донъяны бүтәндәр шикел­ле ҡабул итәм, тик уны ҡағыҙға башҡаса төшө­рәм. Шул ғына айырма. Әйткәндәй, үҙемде бер ҡасан да тыуған яғымдан айырманым, форсат сыҡҡан һайын Асҡынға ҡайтырға ашҡындым. Уңыш­тарына һөйөндөм, уны алға ебәреү өсөн кәңәштәремде еткерҙем.
Шул йәшкә етеүҙең сәбәптәрен дә һорашмай ҡалманыҡ. Бер ҡасан да үҙемде сикләп йәшәмәнем. Иркен­лектә ғүмер итеүҙе бер нимә лә алмаштырмай тигән яуапты унан ишеттек.
Осрашыуҙар тураһында һүҙ башлағайныҡ. Матур байрам ай­ҡанлы, Асҡын районының Асҡын ауылындағы “Тирмән” балалар ижады үҙәгендә ижад әһеле менән осрашыу йәнле үтте, бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Шулай уҡ Асҡын ауылының 1-се мәктәбендә лә оҫта уҡыусы балалар менән аралашты, уңыш сере тураһында һөйләне.
– Тыуған яғыма һәр саҡ ҡанат­ланып ҡайтам, еңелсә тулҡынланыу ҙа юҡ түгел, – тип дауам итә һүҙен Федор Кащеев. – Балаларҙың рәсемгә ынтылыуын күреү айырыу­са ҡыуа­ныслы. Араларында шул хәтлем оҫталары осраштырғылай. Педагог­тарға ундай шәп рәсем төшөрөү­селәрҙе, ғөмүмән, талант­лыларҙы үҫтереү кәрәклеген әйттем.
Мәктәп уҡыусыһы Рәҡип Фуа­товҡа уҡытыусыһы рәсем дәре­сен­дә уға һәр саҡ “бишле” билдәһе ҡуя, һүрәттәрҙе килештереп төшөрә алғаны өсөн. Ҙур үҫкәс, малайҙың рәссам булып китмәүе лә бар, әммә бәләкәйҙән матурлыҡты бөтә тулы­лығында күреп өйрәнгәндәр башҡа­ларҙы яҡшылыҡҡа өндәй, яҡты­лыҡҡа саҡыра. Малай яҡташы ме­нән осрашыуына шатланып бөтә алмай.
Шул иғтибарға лайыҡ, Федор Александрович ише шәхестәр үҫеп килгән йәш быуынға һәр йәһәттән дә өлгө ролен үтәй.


Асҡын районы.
Читайте нас