Өфөләге район суды ҡатынды ҡулға алыу срогын ошо йылдың 27 мартына тиклем оҙайтырға ҡарар итте. Луиза Хәйруллина, ҡыҙҙарын бик ныҡ һағынһа ла, уларҙы тиҙ генә күрә алмаясаҡ әле. BashNews хәбәр итеүенсә, ҡатынға 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Быға тиклем Өфөнөң Орджоникидзе районы суды хөкөм сараһын 2020 йылдың ғинуар аҙағына тиклем оҙайтҡайны.